Йөҙөү
спорт төрө йәки спорт дисциплинаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Йөҙөү — төрлө дистанцияларҙы кәмерәк ваҡытта йөҙөп үтеүҙе үҙ эсенә алған спорт төрө йәки спорт дисциплинаһы[1]. Хәҙерге ҡағиҙәләр буйынса старт бирелгәндән йәки кирегә боролғандан һуң (брасс менән йөҙгәндә бындай сикләү икенсе төрлө атала) һыу аҫтынан 15 метрҙан артыҡ йөҙөп барыу рөхсәт ителмәй; һыу аҫтында тиҙ йөҙөү төрҙәре йөҙөүгә түгел, ә һыу аҫты спортына ҡарай.
Йөҙөү | |
Регулируется | Международная федерация плавания[d] |
---|---|
Рекорд или история рекордов | мировые рекорды в плавании[d] |
Йөҙөү Викимилектә |
Халыҡ-ара олимпия комитеты (ХОК) классификацияһы буйынса («бер федерация — бер спорт төрө» принцибына ярашлы) спорт төрө булараҡ йөҙөү йөҙөүҙең үҙен, һыуҙа туп уйнауҙы (водное поло), һыуға һикереү һәм синхронлы йөҙөүҙе үҙ эсенә ала[2]; рус телендәге спорт әҙәбиәтендә «һыу спорты төрҙәре» һүҙбәйләнеше йөҙөү һүҙенең синонимы сифатында ҡулланыла. Донъяла һыу спорты төрҙәрен үҫтереүгә йүнәлеш биреү менән Халыҡ-ара йөҙөү федерацияһы (ФИНА, франц. FINA, Fédération Internationale de Natation, 1908 йылда төҙөлгән)[3][4] шөғөлләнә, ул Донъя чемпионаттарын (1973); Европала — Европа йөҙөү Лигаһын (ЛЕН, франц. LEN, Ligue Européenne de Natation, 1926 йылда төҙөлгән)[5], Европа чемпионатттарын (1926 йылдан алып) үткәрә.
Бөтә Рәсәй спорт төрҙәре реестрына ярашлы һыу төрҙәренең бөтәһе лә төрлө спорт төрҙәре, тип һанала.
Шулай уҡ йөҙөү хәҙерге заман бишбәйгеһенең (200 метрға йөҙөү), триатлондың (асыҡ һыуҙа төрлө дистанцияға йөҙөү) һәм ҡайһы бер ғәмәли күпбәйгенең бер өлөшө булып тора.