Төньяҡ Кореяның дәүләт, сәйәси, хәрби һәм партия эшмәкәре, Корея Халыҡ-Демократик Республикаһының Бөйөк етәксеһе From Wikipedia, the free encyclopedia
Ким Чен Ир (кор. 김정일?, 金正日? Концевич буйынса — Ким Джонъиль[4]; тыуған ваҡыттағы исеме Юрий Ирсенович Ким[5]тыуған саҡтағы исеме; 16 февраль 1942 йыл — 17 декабрь 2011 йыл[6]) — Төньяҡ Кореяның дәүләт, сәйәси, хәрби һәм партия эшмәкәре, Корея Халыҡ-Демократик Республикаһының Бөйөк етәксеһе Корея хеҙмәт партияһы Үҙәк комитетының генераль секретары, Корея халыҡ армияһының Юғары баш командующийы, КХДР Дәүләт оборона комитеты рәйесе
Ким Чен Ир Юрий Ирсенович Ким | |||||||||||||||||||||||||||
김정일 金正日 | |||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
8 июля 1994 — 17 декабря 2011 | |||||||||||||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Ким Ир Сен (Бөйөк Юлбашсы булараҡ) | ||||||||||||||||||||||||||
Дауамсы: | Ким Чен Ын (Юғары етәксе булараҡ) | ||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||
2012 йылдың 11 апреленән | |||||||||||||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | үҙе, Корея Хеҙмәт партияһы Үҙәк Комитетының Генераль секретары | ||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||
9 апреля 1993 — 17 декабря 2011 | |||||||||||||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Ким Ир Сен | ||||||||||||||||||||||||||
Дауамсы: | Ким Чен Ын (Беренсе Рәйес булараҡ) | ||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||
8 октября 1997 — 17 декабря 2011 | |||||||||||||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Ким Ир Сен | ||||||||||||||||||||||||||
Дауамсы: | вазифа бөтөрөлгән, мәңгелек Генераль секретарь тип иғлан ителгән Ким Чен Ын (Беренсе секретарь булараҡ) | ||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||
24 декабря 1991 — 17 декабря 2011 | |||||||||||||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Ким Ир Сен | ||||||||||||||||||||||||||
Дауамсы: | Ким Чен Ын | ||||||||||||||||||||||||||
Дине: | атеист | ||||||||||||||||||||||||||
Тыуған: | 16 февраль 1942 Вятское[d], РСФСР, СССР[2] йә Уссурийск, РСФСР, СССР[3] | ||||||||||||||||||||||||||
Үлгән: | 17 декабрь 2011 (69 йәш) Пхеньян, Корея Халыҡ-Демокритик Республикаһы | ||||||||||||||||||||||||||
Ерләнгән: | Кымсусанский мемориальный дворец Солнца[d] | ||||||||||||||||||||||||||
Нәҫел: | Кимдар нәҫеле | ||||||||||||||||||||||||||
Исеме: | рус. Юрий Ирсенович Ким[2] | ||||||||||||||||||||||||||
Атаһы: | Ким Ир Сен (1912—1994) | ||||||||||||||||||||||||||
Әсәһе: | Ким Чен Сук (1917—1949) | ||||||||||||||||||||||||||
Ҡатыны: | 1) Ким Ён Сук (1947) 2) Сон Хе Рим (1937—2002) 3) Ко Ён Хи (1953—2004) 4) Ким Ок (1964) | ||||||||||||||||||||||||||
Балалары: | улдары: Ким Чон Нам (1971—2017), Ким Чон Чхоль (1981) һәм Ким Чен Ын (1984) ҡыҙы: Ким Ё Чжон (1987) | ||||||||||||||||||||||||||
Партия: | Корея Хеҙмәт партияһы (1961—2011) | ||||||||||||||||||||||||||
Белеме: | Ким Ир Сен исемендәге университет | ||||||||||||||||||||||||||
Хәрби хеҙмәт | |||||||||||||||||||||||||||
Хеҙмәт иткән йылдары: | 1991—2011 года | ||||||||||||||||||||||||||
Принадлежность: | КНДР | ||||||||||||||||||||||||||
Ғәскәр төрө: | Корейская народная армия[d] | ||||||||||||||||||||||||||
Звание: | Генералиссимус КНДР | ||||||||||||||||||||||||||
Автограф: | |||||||||||||||||||||||||||
Наградалары: |
| ||||||||||||||||||||||||||
Ул Ким Ир Сендың улы, Ким Чен Ындың атаһы КХДР Генералиссимусы (2012, үлгәндән һуң)[7] дүрт тапҡыр КХДР Геройы.
Ким Чен Ир 1942 йылдың 16 февралендә[8] Ким Ир Сен (1912—1994) һәм Ким Чен Сук (1917—1949) ғаиләһендә тыуған. Хабаровск крайында урынлашҡан Вятский ауылын уның тыуған урыны тип һанау ҡабул ителгән[9][10][11][12][13][14][15][16]. Тыуған ваҡытында уны Юрий Ирсенович Ким тип атағандар[5][14][17], әммә Төньяҡ Корея историографияһы, Ким Чен Ир Чансубон түбәһе янындағы йәшерен партизандар лагерында, Төньяҡ Кореяның иң бейек һәм абруйлы тауы — Пэктусан (Самджиён өйәҙе) янындағы бүрәнә йортта тыуған[18][19], тип раҫлай, һәм уның тыуған көнөндә күктә икеләтә йәйғор һәм сағыу йондоҙ барлыҡҡа килгән[20]. Иртә балалыҡ йылдары Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының 88-се уҡсы бригадаһы урынлашҡан Вятский ауылында үткән, атаһы, Ҡыҙыл Армия капитаны, ошо бригада составындағы батальон командиры булған.
1945 йылдың ноябрендә Ким Чен Ир бер ай элек унда атаһы әйләнеп ҡайтҡан Пхеньянға күсерелә. Рәсми биографияһы раҫлауынса, ул 1950—1960 йылдарҙа Пхеньяндағы партия хеҙмәткәрҙәре балалары өсөн мәктәптә белем алған, һуңынан, 1964 йылда, Пхеньяндағы Ким Ир Сен исемендәге университетты тамамлаған, сәйәси иҡтисад буйынса махсуслашҡан.
1961 йылдың 22 июлендә Корея Хеҙмәт партияһы сафына баҫа[21][22][23][24]. Төньяҡ Корея сығанаҡтарына ярашлы, Ким Чен Ир 1964 йылдың 19 июненән Корея Хеҙмәт партияһының Үҙәк комитетында эш башлай[25][26][27] [28]), инструктор, Үҙәк Комитетта бүлек мөдире урынбаҫары, артабан бүлек мөдире[27].
1970 йылдарҙа уның заказы буйынса КНДР-ҙың иң төп пропаганда фильмдарының береһе — «Цветечница» фильмы төшөрөлә. Был фильм Төньяҡ Корея кинематографының Алтын фондына ингән (1972)[29].
1973 йылдың сентябрендә ул партияның Үҙәк комитеты секретары[19][27], ә 1974 йылдың апрелендә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, февралдә) Корея Хеҙмәт партияһы Үҙәк комитетының Сәйәси комитеты (Политбюро) ағзаһы һәм партия рәйесе Ким Ир Сендың вариҫы итеп һайлана[27]. 1970-се йылдарҙа Корея матбуғатында уны «Партия үҙәге» тип йөрөтә башлайҙар (당중앙; элек был бер кеше титулы түгел, ә Үҙәк Комитеттың икенсе исеме ине).
1980 йылдың октябрендә Корея Хеҙмәт партияһы VI съезында Ким Чен Ир Үҙәк Комитеттың Политбюроһы Президиумы ағзаһы, Үҙәк Комитет секретары, партияның Үҙәк Хәрби комитеты ағзаһы итеп һайлана[27]. Пропаганда, атаһының эштәренә дан йырлаған дәрәжәлә, улының да сиктән тыш кешелекле булыуын маҡтай башлай[30]. 1982 йылдың февраленән ул — Корея Халыҡ-Демократик Республикаһының Юғары Халыҡ Йыйылышы депутаты. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Ким Чен Ир махсус хеҙмәттәрҙең эшенә етәкселек иткән. Ул 1983 йылда Бирмала (хәҙер Мьянма) теракт ойоштороуҙа ғәйепләнә, һөҙөмтәлә Корея Республикаһынан 17 рәсми кеше һәләк була һәм 1987 йылда Көньяҡ Корея авиалайнеры шартлауы һөҙөмтәһендә 115 кеше һәләк була[31][32]. Ким Чен Ирҙың ғәйебен раҫларлыҡ дәлилдәр килтереп булмай, ләкин халыҡ-ара аналитиктар, Ким Ир Сен 1980-се йылдарҙа ла тышҡы сәйәсәтте контролдә тотоуын дауам иткән һәм улының эске эштәргә ҙурыраҡ контроль итеү мөмкинлеген биргән, тип иҫәпләй[32].
1991 йылдың 24 декабрендә Корея Хеҙмәт партияһының пленар ултырышында Ким Ир Сен Корея Халыҡ Армияһының юғары баш командующийы Ким Чен Ирға үҙ вәкәләттәрен тапшырыуы тураһында иғлан итә[33]. Дүрт ай үткәс, 1992 йылдың 13 апрелендә, Ким Ир Сенға генералиссимус исеме бирелә, ә бер аҙнанан Ким Чен Ир КНДР Маршалы исемен ала[33]. Киләһе йылдың апрелендә Ким Чен Ир Корея Халыҡ Демократик Республикаһының Оборона дәүләт комитеты рәйесе итеп һайлана[28][33].
Ким Ир Сен 1994 йылдың 8 июлендә йөрәк өйәнәгенән вафат булған. «Мәңгелек президент» үҙе идара иткән һарайы-резиденцияһын махсус рәүештә үҙгәртеп төҙөлгән мавзолейҙа ерләнгән, ә илдә өс йыллыҡ матәм башланған.
1994 йылдың 12 июлендә Корея Хеҙмәт партияһы Үҙәк Комитетының ябыҡ пленумында илдәге бөтә власть тулылығын Ким Чен Ирға тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. 6 октябрҙә Ким Чен Ир рәсми рәүештә «бөйөк етәксе» тип аталды, ә атаһы «бөйөк юлбашсы» тип йөрөтөлгән була. Атаһы үлгәндән алып Ким Чен Ир ил һәм Корея Хеҙмәт партияһы менән етәкселек итә, иҡтисад, мәҙәниәт һәм милли оборона өсөн яуап бирә, илдең ядро программаһын тормошҡа ашырыуҙы етәкләй, Көньяҡ Кореяға ҡарата сәйәсәтте билдәләй. 1997 йылдың 8 октябрендә Корея Хеҙмәт партияһының Үҙәк комитеты менән Корея Хеҙмәт партияһының Үҙәк хәрби комитетының махсус хәбәре баҫылып сыға, унда халыҡҡа «бөйөк етәксе» иптәш Ким Чен Ирҙың Корея Хеҙмәт партияһының Генераль секретары вазифаһына һайланыуы тураһында хәбәр ителә[34]. Бер йылдан 1998 йылдың 5 сентябрендә Ким Чен Ир КНДР-ҙың Оборона дәүләт комитеты рәйесе вазифаһына һайлана, бының менән уның тотош илдең сәйәси, хәрби һәм иҡтисади көстәре менән етәкселек итеүе күҙ уңында тотола.
2010 йылдың 28 сентябрендә Ким Чен Ир Пхеньянда уҙғарылған партия конференцияһында Корея Хеҙмәт партияһының генераль секретары итеп ҡайтанан һайланды[35][36].
Ким Чен Ира идара иткән йылдарҙа Төньяҡ Кореяны даими рәүештә кеше хоҡуҡтарын боҙоуҙа: халыҡ алдында язалауҙа[37], ҡоллоҡта, аборт эшләтеүҙә, япон[38] һәм Көньяҡ Корея граждандарын урлауҙа, шулай уҡ хеҙмәт концентрацион лагерҙары ойоштороуҙа ғәйепләгәндәр. Киң мәғлүмәт саралары хөкүмәттең тулы контролендә булған, пропаганда тәүлек әйләнәһенә теле- һәм радиоэфирҙа эшләгән; сит ил тапшырыуҙарын тыңлау ҡәтғи тыйылған.
Ким Чен Ир Төньяҡ Кореяла идара иткән йылдарҙа, атаһы идара иткән ваҡытҡа оҡшаған, уның шәхесен данлау һәм аллалаштырыу сәйәсәте дауам иткән. Күҙәтеүселәр фекеренсә, Корея Халыҡ Демократик Республикаһында СССР-ҙа Сталиндың шәхес культына оҡшаш культ барлыҡҡа килгән[39]. Ким Чен Ир портреттары барлыҡ йәмәғәт учреждениеларын биҙәгән. 1980 йылдарҙан Ким Чен Ирҙың биографияһы, атаһының биографияһы кеүек үк, мәктәптәрҙә рәсми өйрәнеү предметына әүерелә. Бөтә китаптар йәки мәҡәләләр уның эштәренән өҙөктәр менән башланған, ә Төньяҡ Корея баҫмаларында юлбашсының исеме махсус ҡуйы шрифт менән йыйылған[40]. Ким Чен Ир хөрмәтенә шиғырҙар һөйләгәндәр, салюттар ойошторолған, ил артистары үҙ сығыштарын уға бағышлаған, юлбашсының тыуған көнө дәүләт байрамы итеп билдәләнгән[41].
Илдә Ким Чен Ир бик шәп композитор тип иҫәпләнә, өҫтәүенә, алты опера ике йыл эсендә ижад ителгән. Уның «Чучхе идеялары тураһында», «Чучхе философияһын өйрәнгәндә тыуған ҡайһы бер мәсьәләләр тураһында», «Кино сәнғәте тураһында»[42], «Чучхе принцибына нигеҙләнгән әҙәбиәт тураһында» хеҙмәттәре классик һанала. Ил эсендә Пхеньянда «Чучхе башняһы» планын төҙөгән бөйөк архитектор тип иҫәпләнә.
Ги Джу-бонг / Gi Ju-bong «Шпион пошёл на Север» фильмында (2019).
Ким Чен Ир дүрт тапҡыр өйләнгән, рәсми биографияһы буйынса өс улы билдәле. Әммә рәсми булмаған мәғлүмәттәргә ярашлы, Төньяҡ Корея юлбашсыһының 17 балаһы булып, шуларҙың 9-ы никахһыҙ тыуған булған[44][45].
Ҡалып:Кимдар
Иртән тороп, Ким Чен Ир ғәҙәттә хәтер күнекмәләре башҡарған. Был хаҡта ул былай тигән: «Башты йышыраҡ эшләтһәк, хәтер яҡшыра. Мин иртән тороп, хәтер күнекмәләре башҡарам», - тине. ИТАР-ТАСС-тың, буш ваҡытын нисек үткәреүе тураһындағы һорауына Ким Чен Ир былай тигән:
Халыҡ араһында булырға, уның менән бергә ваҡыт үткәрергә яратам. Илебеҙ халҡының нисек йәшәүе һәм эшләүе менән ҡыҙыҡһынам, улар хаҡында хәстәрлек күрәм, улар менән ихлас һөйләшәм, ҡайғы һәм шатлыҡ уртаҡлашам - был минең өсөн иң емешле һәм ҡыуаныслы эш. Һәм тағы ла - мин китап уҡыуҙы һәм музыканы яратам. Китап һәм музыка - беҙҙең эшкә кәрәкле «аҙыҡ», ул беҙҙең тормошобоҙ[46]. |
Ким Чен Ир һыбай йөрөү менән мауыға. 1993 йылда аттан ҡолап, башы менән ныҡ һуғыла. Дауалау өсөн йәшерен рәүештә Францияның билдәле неврологы Франсуа-Ксавье Ру саҡырылған, сөнки Кореяның бер табибы ла Ҡәҙерле Юлбашсыны дауаларға баҙнат итмәгән[47].
Ким Чен Ираның буйы 160 сантиметр самаһы (төрлө сығанаҡтарҙа 160-165 сантиметр) тәшкил иткән, был Кореяла йәшәгән үҙ быуыны ир-егеттәре өсөн ғәҙәти буй булған[48]. Әммә буй оҙонлоғон арттырыр өсөн, ул үксәле йә бейек табанлы ботинкалар кейгән[49].
위대한 원수님 | Бөйөк маршал |
당중앙 | Партия үҙәге |
친애하는 지도자 | Һөйөклө Етәксе |
존경하는 지도자 | Хөрмәтле Етәксе |
조국통일의 구성 | Тыуған илде берләштереү нигеҙе |
민족의 운명 | Милләт яҙмышы |
백두광명성 | Пэктусандың сағыу йондоҙо |
인민의 어버이 | Халыҡ атаһы |
민족의 태양 | Милләт ҡояшы |
위대한 장군님 | Бөйөк Полководец |
위대한 령도자 | Бөйөк Етәксе[50] |
당중앙위원회 영원한 총비서 | Корея Хеҙмәт партияһы Үҙәк Комитетының Мәңгелек Генераль Секретары |
Ким Чен Ир 2011 йылдың 17 декабрендә ил буйынса инспекция сәфәре ваҡытында урындағы ваҡыт менән 08:30 сәғәттә ил буйынса инспекция үткәреп йөрөгндә үҙенең бронепоезында вафат булды[lower-alpha 1]. Корея Республикаһы разведкаһы мәғлүмәттәре буйынса, Ким Чен Ирҙың поезы Пхеньянда ҡалған була, ә КНДР лидеры үҙ өйөндә вафат булған[52]. Табиптар тейешле саралар күреүгә ҡарамаҫтан, вафат була. Ким Чен Ир оҙаҡ ваҡыт йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан дауаланған[53]. «Reuters» агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, Төньяҡ Корея лидеры диабеттан һәм йөрәк ауырыуынан яфаланған, ләкин һаулығы тураһында артыҡ ҡайғыртмаған — ҡаты сигараларҙы өҫтөн күреп, күп тәмәке тартҡан һәм даими рәүештә коньяк эскән. Юлбашсының үлем сәбәбе — тәбиғәте тураһында хәбәр ителмәгән «көтмәгәндә үҫешкән сир», уның, тип хәбәр итә Yonhap агентлығы. Төньяҡ Кореяның рәсми агентлығы ЦТАК хәбәр итеүенсә, ул «сәскә атҡан дәүләт төҙөлөшө мәнфәғәттәрендә ил буйлап өҙлөкһөҙ тикшереү сәфәрҙәре һөҙөмтәһендә психик һәм физик яҡтан артыҡ йонсоғанлыҡтан» вафат булған, әммә рәсми үлем сәбәбе тип йөрәк өйәнәге — киҫкен миокард инфаркты аталған[54]. Юлбашсының үлеме тураһында белдереү ике көндән, 19 декабрҙә, урындағы ваҡыт буйынса төш ваҡытында яһалды. Ким Чен Ын Корея Халыҡ Демократик Республикаһы башлығының урынына тәғәйенләнде, Ким Чен Ирҙың өсөнсө улы[55].
Төньяҡ Корея лидерының мәйете хушлашыу өсөн Пхеньяндағы мемориаль һарайында быяла ҡалпаҡ аҫтында урынлаштырылған табутта ҡуйылды. 2011 йылдың 28 декабрендә ерләнә[56]. Ким Чен Ирҙың бальзамланған кәүҙәһе атаһы Ким Ир Сендың кәүҙәһе янында «Кымсусан» мемориаль мавзолейында урынлаштырыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.