Кирка (мифология)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Кирка (бор. грек. Κίρκη; латинлаштырылған формаһы Цирцея[6]) — грек мифологияһында[7] Гелиос һәм океанида Персеиданың ҡыҙы[8][9] (йәки Персаның[10]). Ҡайһы бер авторҙар буйынса, Аполлон һәм Эфеяның ҡыҙы[11].
Кирка | |
бор. грек. Κίρκη | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Атаһы | Ээт[d] һәм Гелиос[d][1] |
Әсәһе | Перса[d][1] һәм Геката |
Бер туғандары | Пасифая[d], Ээт[d], Перс[d] һәм Перс[d] |
Хәләл ефете | Телемах[d][2] |
Внебрачный партнёр | Одиссей[2] |
Балалары | Агрий[d][3], Авсон[d], Ардей[d], Телегон[d][4], Латин[d], Кассифона[d] һәм Антий[d] |
Һөнәр төрө | волшебник |
Әүҙемлек урыны | Боронғо Греция[5] |
Алла ... ҡарай | боронғо грек дине[d] |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Одиссея |
Тип персонажа | роковая женщина[d] |
Кирка Викимилектә |
Пасифаяның һеңлеһе[12].Геката менән туғандаш, ай алиһәһе, һәм, Геката һәм Медея кеүек, сихырсы[13].
Гомерға ярашлы Эоя утрауында йәшәй[14] (бор. грек. Αἰαία, Кирка тураһында хикәйәттәрҙә утрауҙың урыны географик яҡтан билдәһеҙ). Йәки Энария утрауында[15], йәки Меония утрауында[16]. Кирканың урыны һуңыраҡ алыҫ көнсығыштан көнбайышҡа, Тиррен яры буйына күсерелә: Италия ярындағы морон уның исеме менән аталған (Лацияла). Тиррен диңгеҙендә йәшәй, Гелиос колесницаһында утрауға килә[17]. Алсиртты үлтергәндән һуң аргонавтарҙы таҙарта[18].
Диодор һөйләүе буйынса Кирка Ээттың һәм Гекатаның ҡыҙы була. Сарматтар батшаһына кейәүгә, уны үлән төнәтмәһе менән ағыулай. Батшабикә булып алғас, батша һарайындағылар менән бик аяуһыҙ мөғәмәлә итә, ошоноң арҡаһында батша власын юғалта. Океан киңлектәренә ҡасып китеп, уны оҙатып йөрөүсе ҡатындар менән бергә утрауҙа, йәки Италиялағы Керкей морононда төпләнә[19]
Кирканың диңгеҙ аллаһы Главкаға өмөтһөҙ мөхәббәте тураһында хикәйәт билдәле, уның һөйгән йәре Скилланы ҡурҡыныс затҡа әйләндереп, Главканан үс ала. Икенсе бер хикәйәт — Кирканың авзондар батшаһы, Сатурндың улы Пикҡа ҡарата мөхәббәте, уны ул тумыртҡаға әйләндерә.