Комиҙың тәбиғи хәлендәге урмандары
Рәсәй Федерацияһы Коми Республикаһында Төньяҡ һәм Поляр буйы Уралының махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе From Wikipedia, the free encyclopedia
Коминың тәбиғи хәлендәге урмандары (рус. Девственные леса Коми, коми Комилӧн вӧрзьӧдлытӧм вӧръяс) — Рәсәй Федерацияһы Коми Республикаһында Төньяҡ һәм Поляр буйы Уралының көнбайыш битләүҙәрендә урынлашҡан махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе. Был Рәсәйҙә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя тәбиғәт мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән тәүге объект. Тәбиғәт объекты тигеҙлек һәм тау тундраларын, Европала тейелмәй ҡалған иң ҙур бореаль урмандар массивын, һыу-һаҙлыҡ системаһын үҙ эсенә ала. Майҙаны буйынса (32 800 км²) Европалағы иң ҙур тәбиғи хәлендәге урмандар[1].
Комиҙың тәбиғи хәлендәге урмандары | |
---|---|
коми Комилӧн вӧрзьӧдлытӧм вӧръяс | |
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 32800 км² |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1995 йыл |
Урынлашыуы | |
65°04′ с. ш. 60°09′ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Коми Республикаһы |
whc.unesco.org/ru/list/7… | |
Комиҙың тәбиғи хәлендәге урмандары Викимилектә |
Коминың тәбиғи хәлендәге урмандары Урал тайгаһы экотөбәгенә инә. Улар Печора-Илыч ҡурсаулығы һәм «Югыд ва» милли паркы биләмәһендә урынлашҡан. Урын 1995 йылда Бөтә донъя мираҫы тип таныла. Көнбайыш өлөшө — тау алды һыҙатында, көнсығышы Урал тауҙарында урынлашҡан. Урман массивында бер нисә йылға аға. Урман фаунаһына 200-ҙән ашыу ҡош төрө, шулай уҡ балыҡтарҙың һәм һөтимәрҙәрҙең һирәк төрҙәре. Ә флораһына йөҙләгән үҫемлек төрө, шул иҫәптән һаҡланыусы үҫемлектәр инә.
Янаған хәүефтәр
«Югыд ва» милли паркы биләмәһендә халыҡ-ара һәм Рәсәй закондарын боҙоп алтын сығарыу алып барыла. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитет ҡарарына ярашлы, законһыҙ эшмәкәрлеккә тотонған был компаниялар милли паркта геология-разведкалау эштәрен туҡтатырға тейеш. Әммә алтын приискылары һаман үҙ эшмәкәрлеген дауам итә.
Коми Республикаһының Юғары суды республика башлығының милли парк сиктәрен күсереү тураһында ҡарары законһыҙ булыуын таныны. Был ҡарарға ярашлы, алтын табыу районы милли парк, шулай уҡ бөтә донъя мираҫы биләмәләренән сығарылды. Шулай ҙа сикте күсерергә маташыуҙар әле булһа дауам итә һәм республика башлығы Гайзер һәм Гапликов тарафынан күрелә, быны милли һәм халыҡ-ара экологик ойошмалар ҡырҡа ғәйепләй[2][3][4][5].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.