Круковский Михаил Антонович
рус яҙыусыһы, тәржемәсе, фотограф / From Wikipedia, the free encyclopedia
Михаил Антонович Круковский (1856 йыл йәки1865 йыл [1], Режица, Витебск губернаһы — 1936 йыл, Ташкент, Үзбәк ССР-ы) — урыҫ яҙыусыһы, тәржемәсе, фотограф, географ һәм этнограф.
Круковский Михаил Антонович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Рәсәй республикаһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1856 или 1865 |
Тыуған урыны | Резекне[d], Витебская губерния[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1936 |
Вафат булған урыны | Ташкәнт, Үзбәк ССР-ы[d], СССР |
Һөнәр төрө | яҙыусы, тәржемәсе, фотограф, географ, этнограф |
Жанр | очерк[d] һәм хикәйә |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Mikhail Krukovskiy |
Круковский Михаил Антонович Викимилектә |
Рәсәй халыҡтары этнографияһы буйынса беллетристик һәм фәнни-популяр очерктар һәм альбомдар авторы. Үҙ ҡулдары менән фотоға төшөрөп, бер нисә фундаменталь географик баҫма сығарған. XIX быуат аҙағында — ХХ быуат башында Рәсәй буйлап сәйәхәт иткән һәм ябай эшселәрҙең, крәҫтиәндәрҙең тормошон өйрәнгән[2]. Бер ни тиклем ваҡыт Петербургта йәшәгән һәм эшләгән «Товарищ» исемле балалар журналын сығарған[3]. Каменск ҡала тыуған яҡты өйрәнеү музейының беренсе директоры булған.
Круковский эштәренең күбеһе Санкт-Петербургтағы Бөйөк Петр исемендәге Антропология һәм этнография музейында (Кунсткамера) һаҡлана[4]. Уның фотоколлекцияһынан 52 цифрлы һүрәтте Кусткамера хеҙмәткәрҙәре Салауат Юлаев музейына тапшырған[5].
М. А. Круковскийҙың әҙәби псевдонимы «М. Деревянщиков» булған[6][7].