Көнбайыш Сахара
From Wikipedia, the free encyclopedia
Көнбайыш Сахара (ғәрәп. الصحراء الغربية As-Ṣaḥrā' al-Ġarbīyya, бербер. ⵜⴰⵏⴻⵥⵔⵧⴼⵜ ⵜⵓⵜⵔⵉⵎⵜ Taneẓroft Tutrimt, исп. Sáhara Occidental; хәҙерге исеме Испан Сахараһы, тарихи исеме: Вади-Захаб (Рио-де-Оро) — «Алтын йылға» һәм Сегиет-эль-Хамра — «Ҡыҙыл йылға») — Төньяҡ Африкала бәхәсле территория.
Майҙаны — яҡынса 266 800 км². Төньяҡтан Марокко менән, төньяҡ-көнсығыштан — Алжир менән, көнсығыштан һәм көньяҡтан — Мавритания сикләшә; көнбайыштан Атлантик океан менән йыуыла. Иң ҙур ҡалаһы — Эль-Аюн.
Регион 1958 йылдан 1976 йылға тиклем Испания биләмәһенә ҡарай («африка провинцияһы»), һуңынан Мавритания һәм Марокко менән бүлешә. 1979 йылда көнбайыш Сахараны Марокко тулыһынса тиерлек оккупациялай. Марокко сик буйы диуарынан көнсығышҡа ҡарай яҡынса 20 проценты яулап алынмай ҡала. Марокко диуарҙың көнбайышындағы райондар менән идара итә, унда төбәк халҡының күпселеге йәшәй.
Көнбайыш Сахара ҡоро климат һәм ташлы, ҡомло тупраҡ арҡаһында ултыраҡ ауыл хужалығы өсөн яраҡлы түгел. Күсмә малсылар һарыҡ, кәзә һәм дөйә үрсетә. Көнбайыш Сахарала фосфаттарҙың бай ятҡылыҡтары бар, бигерәк тә Бу-Краала. Ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү 1970-се йылдар башында башлана. Халҡы — 586 мең (2015 йылға ҡарата[1]), нигеҙҙә берберҙар һәм ғәрәптәр (сахарави).
1976 йылдың 27 февралендә Марокко ғәскәрҙәренә ҡаршы партизан һуғышы алып барған Полисарио Фронты Алжир ярҙамы менән Көнбайыш Сахараны Сахара Ғәрәп Демократик Республикаһы (САДР) исеме аҫтында бойондороҡһоҙ дәүләт тип иғлан итә. САДР төрлө ваҡытта донъяның 84 дәүләте тарафынан таныла, шуларҙың 24-е һуңынан мөнәсәбәттәрҙе өҙә, ә 11-е дипломатик мөнәсәбәттәр туҡтатып торола. Республика 1984 йылдан Африка союзы (элек Африка берҙәмлеге ойошмаһы) ағзаһы булып тора. САДР президенты, Полисарио фронтының Генераль секретары (2016 йылдан) — Брахим Ғәли. САДР-ҙың ғәмәлдәге ваҡытлы баш ҡалаһы — Тифарити (элекке Бир-Лелу урынына).
Территория яҙмышы буйынса референдум үткәреүҙе талап итеп, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Марокконың Көнбайыш Сахараны баҫып алыуына риза түгел һәм үҙ составына ҡабул итеп, үҙен үҙе иғлан иткән САДР-ҙы таныуҙы талап итә.