Көньяҡ океан
океан / From Wikipedia, the free encyclopedia
Көньяҡ океа́н (Ҡалып:Lang-old-ru) — Антарктиданы уратып алған өс океандың (Тымыҡ, Атлантик һәм Һинд) көньяҡ өлөштәрен берләштергән океандың атамаһы[1], һәм йыш ҡына «бишенсе океан» тип атала, әммә уның утрауҙар һәм ҡитғалар менән билдәләнгән аныҡ ҡына төньяҡ сиге юҡ. Көньяҡ океандың майҙанын океанология прицибы буйынса һалҡын антарктик ағымдың өс океандың йылы һыуҙары менән осрашҡан һыҙаты булараҡ билдәләргә була. Ләкин бындай сик һәр ваҡыт урынын алмаштыра һәм миҙгелгә ҡарап үҙгәреп тора, шуға ла практикала ҡулланыу өсөн бик уңайһыҙ. 2000 йылда — Халыҡ-ара гидрографик ойошма ағзалары булған дәүләттәр Көньяҡ океанды үҙендә Атлантик, Һинд һәм Тымыҡ океандарҙы берләштереүсе үҙаллы бишенсе океан булараҡ айырып күрһәтергә ҡарар итә. Ул төньяҡтан көньяҡ киңлектең 6-сы параллеле менән сикләнә, шулай уҡ Антарктика тураһындағы килешеүгә таяна[2]. Шулай итеп, Көньяҡ океандың майҙаны 20,327 млн км² тип ҡабул ителә (Антарктида ярҙары һәм көньяҡ киңлектең 60-сы параллеле араһында)[2].
Көньяҡ океан | |
Рәсми атамаһы | Southern Ocean |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Көньяҡ һәм Антарктика |
Донъя ҡитғаһы | Антарктика |
Административ-территориаль берәмек | Территория Антарктического договора[d] |
Урын | Көньяҡ ярымшар[d] |
Вертикаль тәрәнлеге | 7235 метр |
Майҙан | 20 327 000 ± 1 км² |
Күләме | 71 800 000 км³ |
Көньяҡ океан Викимилектә |
Океандың иң тәрән урыны Көньяҡ-Сандвичев улағында һәм 8264 м тәшкил итә[2]. Уртаса тәрәнлеге — 3270 м[3]. Яр буйы һыҙатының оҙонлоғо — 17 968 км[3].
1978 йылда урыҫ телендә баҫылып сыҡҡан бөтә практик диңгеҙ әсбаптарында (диңгеҙ навигацияһы карталары, лоциялар, уттар һәм билдәләр һәм башҡалар) «Көньяҡ океан» тигән төшөнсә бөтөнләй булмай, диңгеҙҙә йөҙөүселәр тарафынан был термин бөтөнләй ҡулланылмай[1].
XX быуат аҙағынан Роскартография нәшер иткән карталарҙа һәм атластарҙа Көньяҡ диңгеҙе тигән термин бар. Атап әйткәндә, ул фундаменталь Донъя атласының 3-сө баҫмаһында ла һәм XXI быуатта баҫылған башҡа атластарҙа ла күрһәтелгән[4].