Миокард инфаркты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Миока́рд инфаркты — йөрәк ишемияһы ауырыуының клиник формаларының береһе. Абсолют йәки сағыштырмаса ҡан әйләнеше етешмәгән миокардтың (йөрәк туҡымаһы) бер өлөшөндә ишемик некроз (йөрәк туҡымаһына тейешле күләмдә ҡан килмәү сәбәпле, уның бер өлөшөнөң үлеүе) башланыуын аңлата.
Миокард инфаркты | |
| |
МКБ-10 | |
---|---|
МКБ-9 |
410410 |
DiseasesDB |
8664 |
MedlinePlus |
000195 |
eMedicine | |
Миокард инфаркты Викимилектә | |
2012 йылдың 17 декабрендә Америка кардиология коллегияһы һәм Америка йөрәк ассоциацияһы ЭКГ-лағы ST сегментының тотороҡло күтәрелеүе һәм уның иртә барлыҡҡа килеүенән барлыҡҡа килгән миокард инфаркты эҙемтәләрен күҙәтеп, заманға ярашлы клиник тәҡдимдәрен ташҡа баҫтырып сығара[1]. Бынан саҡ ҡына алдараҡ, 2012 йылдың октябрендә ошо төр сир буйынса Европа кардиология ойошмаһы үҙенең тәҡдимдәрен яңырта[2]. ЭКГ-лағы ST сегменты тотороҡло күтәрелмәйенсә барлыҡҡа килгән киҫкен коронар синдромды күҙәтеү буйынса һуңғы яңы тәҡдимдәрен был ойошмалар шул тәртиптә 2011 йылдың май[3] һәм декабрендә[4] яңыртып баҫтыралар.