From Wikipedia, the free encyclopedia
Нефтекама автозаводы (НефАЗ) — автозавод. 2012 йылда 8286 кеше эшләгән. Продукцияһы Башҡортостанда һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә һатыла.
Нефтекама автозаводы | |
Тармаҡ | автобус[d] һәм автомобильная промышленность[d] |
---|---|
Нигеҙләү датаһы | 1970 |
Дәүләт | Рәсәй |
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы | акционерҙар йәмғиәте |
Хужаһы | КАМАЗ[d] |
Баш компания (ойошма, предприятие) | КАМАЗ[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Нефтекама, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Биржа | Мәскәү биржаһы[d] |
Продукция | Автопоезд[d], прицеп[d], Самосвал[d] һәм троллейбус[d] |
Рәсми сайт | nefaz.ru |
Нефтекама автозаводы Викимилектә |
1970 йылда төҙөлә башлай, 1977 йылдың 17 ноябрендә үҙ бушатҡыс автомашиналар эшләү заводы булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1978 йылдан алып «Нефтекама үҙ бушатҡыс машиналар заводы» тип аталһа, 1993 йылдан — хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә. Предприятиела РФ-та тәүге тапҡыр һалҡын килеш һуҙыу ысулы менән гидроцилиндрҙар өсөн плунжерҙар яһау технологияһы индерелә (80‑се йй.). Предприятие менән З.Ә.Ғарипов, Р. С. Маликов, В. М. Сюткин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.
Составында ауҙармалы машиналар, вахта автобустары, һыйҙырышлығы 8-ҙән алып 38 м³ тиклем булған автоцистерналар, тағылмалар һәм ярым тағылма-цистерналар, йөк күтәреүсәнлеге 7-нән алып 30 т тиклем булған дөйөм транспорт тәғәйенләнешле тағылмалар һәм ярым тағылмалар, пассажир автобустары, ауыл хужалығы техникаһы, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары производстволары:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.