Нуғайҙар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Нуғайҙар (нуғ. Ногайлар) — башлыса Төньяҡ Кавказда һәм Дағстанда, Түбәнге Волга буйының көньяғында йәшәүсе төрки телле халыҡ. Антропологик яҡтан көньяҡ себер расаһына ҡарайҙар. Нуғайҙарҙың антропологик тибында монголоид һәм европеоид элементтары бар. Нуғай теле алтай телдәр ғаиләһенең төрки группаһының ҡыпсаҡ төркөмсәһенә керә. Нуғай телендә ҡарануғай һәм кубан диалектары бар, шулай уҡ ставрополь һәм әстерхан нуғайҙарының телдәре үҙенсәлекле.[18] Диндәре башлыса ислам.
Үҙ атамаһы |
ногай, ногайлар |
---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
Барлығы: 103 660 | |
Килеп сығышы |
Рәсәйҙә 2021 йылғы йәниҫәп буйынса — 109 мең кеше. 2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙә барлығы 103 660 нуғай иҫәпкә алынған булған[16]
Нуғай әҙәби теле ҡарануғай диалекты һәм нуғай һөйләше нигеҙендә төҙөлгән. Яҙма XVIII быуаттан 1928 йылға тиклем ғәрәп графикаһы, 1928—1938 йылдарҙа латин графикаһы, 1938 йылдан кириллица графикаһы нигеҙендә.