Палеонтология
From Wikipedia, the free encyclopedia
Палеонтология (от бор. грек. παλαιοντολογία) —боронғо геологик осорҙарҙа тереклек иткән организмдарҙың ҡаҙылма ҡалдыҡтарын, шулай уҡ уларҙың йәшәйеш эҙҙәрен өйрәнеүсе фән.
Палеонтология | |
Кем ҡушҡан | Анри-Мари Дюкроте де Бленвиль[d] |
---|---|
WordLift URL | data.thenextweb.com/tnw/…[1] |
Өлөшләтә тура килә | геология[2] һәм палеобиология[d][2] |
Ҡапма-ҡаршыһы | neontology[d] |
Палеонтология Викимилектә |
Палеонтологияның бурыстарының береһе булып, организмдарҙың тышҡы күренештәренең биологик үҙенсәлектәрен, туҡланыу ысулдарын, үрсеүен реконструкциялауҙан тора. Шулай уҡ, ул мәғлүмәттәр нигеҙендә биологик эволюциялары барышын да асыҡлай.
Хәҙерге палеонтология — ҡаҙылма организмдар тураһында[3], йәғни — боронғо организмдар тураһында фән[4].
Палеонтологтар үҫемлек һәм хайуан ҡалдыҡтарын ғына түгел, ә уларҙың ташҡа әйләнгән эҙҙәрен, һаҡланып ҡалған тышҡы япмаларын, хайуан һәм үҫемлек ҡалдыҡтары тупланмаһынан торған ҡатламдарҙы (тафоцено́з от греч. táphos — ҡәбер, ерләү һәм koinós —дөйөм) һәм уларҙың тереклеге тураһындағы дәлилдәрҙе өйрәнә.
Палеонтологияла, шулай уҡ палеоэкология һәм палеоклиматология ысулдары ла файҙаланыла.
Маҡсаты:
1)организмдың йәшәү мөхитен асыҡлау;
2)хәҙерге ваҡытта йәшәүсе организмдарҙың йәшәү мөхите менән сағыштырып ҡарау;
3)боронғо организмдарҙың йәшәү урынын асыҡларға тырышыу һәм башҡалар.