![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/1/10/Pluto_Serapis_Archmus_Heraklion.jpg/640px-Pluto_Serapis_Archmus_Heraklion.jpg&w=640&q=50)
Плутон (мифология)
боронғо грек һәм рим мифологияһында ер аҫты батшалығы һәм үлем аллаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Плуто́н (бор. грек Πλούτων, лат. Pluto) боронғо грек һәм рим мифологияһында ер аҫты батшалығы һәм үлем аллаһының исемдәренең береһе. Б. э. т. V быуаттан башлап был боронғораҡ Гадес исеменә (Айд, ᾍδης Hā́idēs) исеменә өҫтәлгән һәм уны тулыһынса ҡыҫырыҡлап сығарған.
Плутон | |
![]() | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Атаһы | Сатурн (мифология) |
Бер туғандары | Веста[d], Glauca[d], Юпитер (мифология), Нептун[d], Церера[d] һәм Юнона |
Хәләл ефете | Прозерпина |
Алла ... ҡарай | древнеримская религия[d] |
![]() |
Плутон — Сатурн һәм Опаның өлкән улы. Ағаһы Юпитер, Нептун, Церераның, Вестаның һәм Юнонаның ағаһы һәм алиһә Прозерпинаның[1] ире. Титандар һәм гиганттарҙы еңгәндән һуң, ағалы-энеле йыһанды бүлешә, Һәм Плутонға ер аҫты батшалығы һәм үлгәндәрҙең күләгәләре өҫтөнән хакимлыҡ бирелә. Плутон «ҡунаҡсыл» тип һаналған, әммә бөтәһен дә үҙ йортона теләп ҡабул иткән, әммә бер кемде лә кире ебәрмәгән ыҡҡа килмәгән алла. Бер нисә миф Плутонды байлыҡ аллаһы — Плутос[2]менән бәйләй. Плутонға арналған, Элидала урынлашҡан бер генә ғибәҙәтхана билдәле. Плутонға ҡорбан йөҙөнән ҡара төҫтәге эре мөгөҙлө мал килтерелгән. Плутонды ҡулына двузубец йәки жезл, ҡайһы берҙә муллыҡ мөгөҙө[3] тотҡан килеш һүрәтләгәндәр.
Плутон һәм Прозерпина хөрмәтенә Римдә байрам Терентин (Tarentini) [4] һәм Таврий уйындары (Taurian Games) [5] уйындары байрам ителгән.