Рочестер (Нью-Йорк)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рочестер[1] (ингл. Rochester) — АҠШ-та, Нью-Йорк штатының көнбайыш өлөшөндә Онтарио күле яры буйында урынлашҡан ҡала. Муниципалитет халҡы (Монро графлығы) 1 039 028 кеше тәшкил итә (2005 йылға ҡарата), ҙурлығы буйынса штатта өсөнсө урында тора. Рочестерҙың үҙенең халҡының һаны 212,5 кеше тәшкил итә (2004 йылға ҡарата). Ҡала агломерацияһы Бөйөк күлдәр Мегаполисы мегатөбәгенә ҡарай.
Ҡалала Kodak Eastman, Bausch & Lomb һәм Xeroxкорпорацияларының штаб-фатиры урынлашҡан — оптика сәнәғәте предприятиеларының күплеге арҡаһында, Рочестер «донъя оптикаһының баш ҡалаһы» абруйын ҡаҙанған.[2] Ҡалала Рочестер университеты (UoR) һәм уның составына ингән Истмен музыка мәктәбе эшләй, Рочестер филармония оркестры, университеттан тыш Рочестер технология институты (RIT) урынлашҡан.