Семирамиданың аҫылмалы баҡсалары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Семирамиданың аҫылмалы баҡсалары — Донъяның ете мөғжизәһенең береһе. Аҫылмалы баҡса тип, ҡыйыҡта, галереяла, махсус терәктәр өҫтөндә үҫтерелгән баҡсаны атайҙар. Үлән, сәскә, ҡыуаҡлыҡтар, ағастар үҫтереү өсөн тупраҡ ҡатламы була. Тупраҡ айырым һауыттарҙа, һыу үҫемлектәре өсөн һыу бассейндары булыуы мөмкин. Боронғо Ассирия һәм Вавилонда күтәрмәле ҡыйыҡ өҫтәндә баҡса үҫтетер булғандар[1]. Амитистың (башҡа сығанаҡтар буйынса — Аманис) аҫылмалы баҡсалары. Вавилон батшаһы Навуходоносор II-сенең ҡатынын шулай тип атағандар. Аҫылмалы баҡсалар уның хөрмәтенә төҙөлгән[2]. Бер фараз буйынса, улар Боронғо Вавилон дәүләтендә, Хилла ҡалаһы янында булған, тиелә. Шына яҙыуҙарын ҡабаттан уҡыуға нигеҙләнгән альтернатив фараз буйынса, Ассирия батшалығының баш ҡалаһы Нивения янында булырға мөмкин. Шулай уҡ б. э. т. VII быуат башында төҙөлгән булыуы мөмкин, тиелә.