From Wikipedia, the free encyclopedia
Соколовкий Василий Данилович (бел. Васіль Сакалоўскі Данілавіч; 21 июль 1897 йыл — 10 май 1968 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, Советтар Союзы Маршалы (1946). Советтар Союзы Геройы (1945). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1952—1961).
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында — штаб начальнигы һәм фронттар командующийы. Һуғыштан һуң теоретик булараҡ билдәле, «Военная стратегия» хеҙмәте авторы.
Совет хәрби начальниктары И. Г. Захаркин һәм А. М. Прониндың ҡоҙаһы.
1897 йылдың 9 (21) июлендә Гродно губернаһы Белосток өйәҙенең (хәҙерге ваҡытта — Польшаның Подлякск воеводствоһы Белосток повяты) Козлики ауылында тыуа. Белорус[5].
1905 йылда сиркәү-мәхәллә мәктәбен тамамлай һәм Заблудоволағы күн заводында эшләй башлай. Унда эшләгәндә үҙ аллы белем ала, һуңынан 1912 йылда — ике класлы уҡытыусылар мәктәбен, ә 1918 йылда Невельск уҡытыусылар семинарияһын тамамлай[6]. Семинарист булараҡ, Беренсе донъя һуғышына саҡырылмай, әммә 1915 йылда мобилизация буйынса бер нисә ай оборона рубежданын төҙөүҙә эшләй.
Ҡыҙыл Армияла хәрби хеҙмәттә 1918 йылдың февраленән, үҙ теләге менән уға тәүгеләрҙән булып инә. 1918 йылдың майында Мәскәү хәрби-инструктор курстарын үтә. Граждандар һуғышы ваҡытында Көнсығыш, Көньяҡ һәм Кавказ фронттарында һуғыша. Курстар тамамланғандан һуң ебәрелгән 2-се Урал полкына ебәрелә: 1918 йылдың майынан ротаһы командиры була, 1918 йылдың июненән — батальон штабы начальнигы һәм Лапатышкиндың ҡыҙыл гвардиясылар отряды инструкторы, 1918 йылдың июленән — ҡабат Совет тау полкының 2-се ротаһы командиры, августан — полк командиры ярҙамсыһы, 1918 йылдың сентябренән сентябренәң — полк командиры вазифаһын башҡара.
1918 йылдың октябренән 1918 йылдың июленә тиклем — РККА-ның Хәрби академияһы тыңлаусыһы. Курс тамамлағандан һуң, фронтҡа, 10-сы армия Реввоенсоветы ҡарамағына ебәрелә. 1919 йылдан — 32-се уҡсылар дивизияһы штабы начальнигының өлкән ярҙамсыһы һәм Көньяҡ фронтта ошо дивизияның ваҡытлыса бригада командиры. 1919 йылдың 19 июленән 7 авгусына тиклем — Көнсығыш фронттың 5-се армияһының Йыйылма кавалерия дивизияһы начальнигы. 1919 йылдың 6 — 16 октябренән 13-сө Себер кавалерия дивизияһы начальнигы[7].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.