Сәхәбәләр
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәхәбә, йәки әсхәбә (ғәрәп الصحابة — күплек, صحابي — яңғыҙлыҡ) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) көрәштәштәре, арҡалаштары[1], улар Мөхәммәт Рәсүлде (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) күреп белгән, уның динен ҡабул иткән[2] (ғүмеренең ахырына тиклем уны тотҡан[3]).
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Башта Мөхәммәт Пәйғәмбәр (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) менән бергә яуҙарҙа ҡатнашҡан һәм мосолман ғәскәренең иң ышаныслы өлөшөн тәшкил иткән арҡалаштарын ғына әсхәб тип атағандар[1]. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) ғаилә ағзалары һәм уның менән аралашҡан балалар ҙа сәхәбә иҫәбенә инә. Уның менән рисаләт иткәнгә тиклем таныш булып, аҙаҡ осрашмаған, аралашмаған кешеләр сәхәбә иҫәбенә инмәй.[3]