Таж Махал
From Wikipedia, the free encyclopedia
Таж Махал — XVII быуатта Бөйөк Моголдар империяһы падишаһы Шаһ Йыһан үҙенең ун дүртенсе бала тапҡанда үлгән ҡатыны Мумтаз-Махал иҫтәлегенә төҙөткән мавзолей-мәсет. Таж Махал һинд, фарси һәм ғәрәп стилдәрен ҡулланған Бөйөк Моголдар империяһы стилендә төҙөлгән иң яҡшы архитектура өлгөһө тип иҫәпләнә[1][2]. 1983 йылда Таж Махал ЮНЕКСКО-ның Бөтә донъя мираҫы тип иғлан ителә: «Һиндостанда мосолман сәнғәтенең ынйыһы һәм барыһы ла танығын бөтә донъя мираҫы»[3].
Мечеть | |
Таж Махал мавзолейы | |
Ил | Индия |
Ҡала | Агра |
Координаталар | 27/10/29.75/N/78/2/31.55/E |
Конфессия | ислам |
Бина тибы | мавзолей — мәсет |
Нигеҙләүсе | Шах-Джахан |
Нигеҙләнгән | 1632 йыл |
Төҙөлөшө | 1632—1653 йылдар |
Бөгөнгө хәле | музей |
Сайт | Рәсми сайт |
Таж Махал Викимилектә |
1653
Аҡ мәрмәрҙән эшләнгән кәшәнә көмбәҙе иң билдәле тип компоненты булып тороуға ҡарамаҫтан, Таж Махал структураһы интеграцияланған комплекс. ин 1632 йылда бина төҙөү башлана һәм яҡынса 1653 йылда тамамлана. Төҙөлөштә 20 меңдән ашыу оҫта һәм һөнәрсе эшләй[4]. Төҙөлөш эштәрен император контролендәге архитекторҙар советы башҡара. Архитекторҙар советында Дешенов-Ана, Макрамат Хан һәм Устад Ахмад Лахори була. Баш архитектор булып Лахори иҫәпләнә[3]. Башҡа фараз буйынса төрөк архитекторы Иса Мәхәмәт Әфәнде баш архитектор булған[5].
Мавзолей эсендә шаһ һәм уның ҡатынының төрбәһе ҡуйылған. Ысынында иһә, уларҙың ерләнгән урыны төрбә аҫтында ергә күмелгән. Төҙөлөш йылдары яҡынса 1630—1652 йылдар. Тах Махал 74 метрлыҡ платформа өҫтәндә ҡуйылған биш мөйөшлө көмбәҙҙән тора. Мөйөштәренә дүрт манара ҡуйылған. Манаралар емерелгән осраҡта төрбәне емермәһен өсөн ситкә ауышырыҡ итеп ҡуйылған. Мавзолей алдында фонтанлы һәм бассейнлы баҡса урынлашҡан.
Мавзолейҙың стеналары шымартылған ярым үтә күренмәле мәрмәрҙән һалынған. Мәрмәр 300 км ситтән килтерелгән. Төҙөлөштә фирүзә, агат, малахит, аҡыҡ файһаланылған. Мәрмәрҙең шундай үҙенсәлеге бар, ул көн яҡтыһында аҡ төҫтә, таң яҡтыһында алһыу төҫтә, айлы төндә көмөш төҫтә булып күренә.
Һиндостандың Утар Прадеш штатының Агра ҡалаһында урынлашҡан. Донъяла иң матур биналарҙың береһе, Һиндостанға килеүсе туристар өсөн иҫтәлекле урын булып иҫәпләнә.
Проекттың авторы – Бөйөк Синандың уҡыусыһы Сүриә архитекторы Устада Иса Хан (инг.)баш..
2007 йылда «Донъяның ете мөғжизәһе» итеп һайланған[6] 2,5 км ситтә урынлашҡан Агра Форты менән берлектә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.