Ирандың баш ҡалаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Тәһран — Иран дәүләте территорияһында урынлашҡан ҡала.
Ҡала | |||||
Тәһран تهران | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Остан |
Тәһран | ||||
Координаталар | |||||
Эске бүленеш |
22 муниципаль округ | ||||
Мэр |
Мәхәммәд Багер Ғәлибаф | ||||
Майҙаны | |||||
ДК бейеклеге |
1200 м | ||||
Рәсми теле | |||||
Халҡы | |||||
Тығыҙлығы |
10000 кеше/км² | ||||
Агломерация |
13 422 366 (ҙур Тәһран)[3] | ||||
Милли состав |
фарсылар, әзербайжандар, | ||||
Конфессиональ составы |
мосолмандар (96%), христиандар, | ||||
Этнохороним |
'Техрани́ (бер.), техраниа́н (күп.) | ||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+3:30 | ||||
Телефон коды |
+98 21 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
tehran.ir | ||||
Ҡаланың рәсми сайтынан күренеүенсә, Тәһран атамаһы «төптә», «аҫ яҡта» мәғәнәһе биргән (تهтәһ) һәм «тау итәге» тигәнгә тап килгән иҫке (ران ран) һүҙҙәрҙән барлыҡҡа килгән. Шул рәүешле, Тәһран һүҙен "тау итәгендә" урынлашҡан тип тәржемә итергә була. Ҡала, ысынлап та, Точал тауынан көньяҡта урынлашҡан.[4]
Башҡа риүәйәт, «Тегеран» парфяндарҙың Тиран ҡалаһы исеменән килеп сыҡҡан тип раҫлай, ул Ирандың хәҙерге баш ҡалаһынан алыҫ түгел урынлашҡан. Үҙенең исеме «Тир йәшәгән урын» тип тәржемә ителә (зороастрий мифологияһында ямғыр илаһы)[4][5].
Өсөнсө теория буйынса, Тәһран «йылы урын» тигәнде аңлата һәм Шемиран тигән («һалҡын урын») биҫтә атамаһына ҡапма-ҡаршы итеп ҡабул ителгән[6].
Ғалимдар үткәргән ҡаҙыныуҙарҙан күренеүенсә, Тәһран хәҙерге урынға беҙҙең эраға тиклем 6 мең йыллап әүәл йәшәгән инде. Күскенселәр сүлдәге эҫенән ҡасып Эльбурс янына ҡасып килгән.
1228 йылда монголдар баҫып ингәс, улар яулап өлгөрмәгән Тәһран ҡалаһына халыҡ күпләп күсеп ултыра һәм ҡала әһәмиәтле сауҙа үҙәгенә әүерелә.
XVIII быуатта Тәһрандың халыҡ һаны яҡынса 100 мең кеше тәшкил итә. Айырыуса ҙур тиҙлек менән халыҡ һаны XX быуатта үҫә.
1891 | 1922 | 1932 | 1956 | 1966 | 1980 | 1986 | 1991 | |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Халыҡ | 160,000 | 210,000 | 249,504 | 1,512,082 | 2,719,730 | 5,361,335 | 6,042,584 | 6,475,527 |
Тығыҙлыҡ (кеше/км²) | 6,540 | 8,590 | 10,200 | 15,120 | 9,610 | 9,600 | 8,430 | 8,990 |
Йыллык артыу, % | 3 | 4 | 4,6 | 5,9 | 5,8 | 4,1 | ||
Мигранттар һанының артыуы | 3,800 | 1,700 | 24,900 | 25,900 | 47,500 | 35,000 | ||
Чыганак: Atlas de Téhéran et Mansour Ohadi |
Тегеран донъяның фарсы телле иң эре ҡалаһы булып тора. Ҡала халҡы этник йәһәттән төрлөр, хатта төрлө телдәр һәм диалекттар фарсы теленең тәһран диалектын барлыҡҡа килтергән, ул Иран өсөн стандарт һанала.
Шулай уҡ Тегеран халҡының күпселек өлөшө исфахан, йәзид, шираз, йәһүди-тажик диалекттарында һәм дари телендә һөйләшә [7]
Ҡулланылыш буйынса икенсе урында — әзербайжан теле[8][9].
Шулай уҡ, курдтар, гиләндәр, лурҙар, бәлүждәр, төркмәндәр, ғәрәптәр, әрмәндәр, ассириялылар йәмәғәттәре бар[10]
Тәһран халҡының күпселеге — шиғыйҙар, улар 96 % тәшкил итә.
Бәһаиҙар - 2,8 % (200 мең самаһы кеше). Христиандар ҙа бар, уларға беренсе сиратта Әрмән апостол сиркәүе, Урыҫ правослау сиркәүе, Ассирия сиркәүе инә[11].
Йәһүдиҙәр йәмғиәтенә 16—18 мең кеше инә. Тәһранда 18 синагога бар[11]. Зороастризм йәмғиәтенә 10 мең кеше йәлеп ителгән[11]. Башҡа дини әҙселеккә сөнниҙәр, әҙ һандағы сикхтар, индуистар, буддасылар, мандейҙар, йәзидтәр, суфыйҙар инә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.