From Wikipedia, the free encyclopedia
Тел — аралашыу өсөн ҡулланылған символдарҙан һәм улар менән эш итеү ҡағиҙәләренән (йәки грамматиканан) торған система. Башҡа аралашыу формаларынан айырмалы рәүештә, телдәге символдарҙы бер-береһе менән берләштереп,улар ярҙамында яңы мәғлүмәт белдерергә мөмкин.
Кешеләрҙең аралашыу процесында символдар рәүешендә өндәр һәм ҡул ишаралары ҡулланыла. Өндәрҙе, улар белдергән мәғлүмәтте юғалтмайынса тиерлек, яҙма формаға әйләндерергә мөмкин. Ишаралар һәм интонациялар шулай уҡ мәғлүмәт еткереү өсөн ҡулланыла, әммә уларҙы яҙма формаға әйләндереп булмай. Ҡайһы бер уйлап сығарылған аралашыу телдәре тулыһынса визуаль ишараларҙан тора.
Донъяла меңәрләгән тел бар, һәм уларҙың күбеһенә уртаҡ үҙенсәлектәр хас (Универсаль Грамматиканы ҡара).
Аралашыу телдәренән тыш, кешеләр шулай уҡ ҡайһы саҡта Эсперанто, Идо, Интерлингва, Клингон, Ложбан телдәре, программалау телдәре һәм төрлө математик формаль телдәр кеүек яһалма телдәрҙе ҡуллана.
Тел — аңлайышлы әйтелә торған тауыш билдәләренең системаһы. Ул — кешеләрҙең донъялағы предметтар һәм күренештәр тураһындағы белемдәрен башҡаларға тапшырыу ҡоралы. Тел фекерләү менән тығыҙ бәйләнештә. Кешенең фекерләү вазифаһына ярҙамсыл система буларак, ул фекерләүҙән башҡа тыуа ла, йәшәй ҙә алмай. Әгәр ҙә теге йәки был ауаздар ойошмаһы үҙ маҡсат рәүешендә генә (йәғни конкрет фекерһеҙ) тыуҙырыла икән, кешеләр уға «мәғәнәһеҙ һүҙ» тигән баһа бирәләр. Мәғәнәһеҙ һүҙ теҙмәләрен, ғөмүмән, абракадабра тип атайҙар.
Ҡайһы бер кешеләр үҙҙәренең башында фекер юҡлығын «һүҙ бутҡаһы» менән алыштырыусан була. Улар күп кенә осраҡта билдәле бер уңышҡа ирешә: үҙҙәре тураһында «ниндәй һүҙ оҫтаһы» тигән баһа ала. Кешенең һөйләү стиле, уның ыҫпайлығы, килешлелеге уның башында фекер йөрөтөлөүөнөң дә ошо стилдә булғанлығын күрһәтә, һәм, киреһенсә, әгәр ҙә кеше үҙенең һөйләү телмәрендә буталсыҡлы мәғәнәләр ысҡындыра икән, уның фекерләүе лә (һәр хәлдә, ошо минуттарҙа) шундай дәрәжәлә генә икәнлеген аңлата.
Фән өлкәһендә эшләүселәр араһында бәхәсле бер проблема бар: кеше фекерләү процесында ысынлап та һөйләү телен (йәғни конкрет һүҙҙәр) ҡулланып ҡына эш итәме? Йә иһә теге йәки был нәмә тураһында уйлағанда һүҙһеҙ ҙә фекерләй аламы?.. Был һорауҙарға ҡырҡа ғына яуап биреү ҡыйын. Сөнки кеше, шул иҫәптән ишетеү-һөйләүҙән мәхрүм булған индивидтар ҙа, һөйләү теленән башҡа уйлай алмай. Ләкин, беренсенән, тел һөйләү теленә генә ҡайтып ҡалмай. Унан башҡа, ишара, ҡул хәрәкәттәре, ымлау теле бар. Унан башҡа, сәнғәт, сәхнә теле кеүек (метафорик мәғәнәләргә эйә булған) телдәр ҙә бар. Икенсенән, эш унда ғына ла түгел, фекерләү, ҡағиҙә булараҡ, телһеҙ (һүҙҙәрһеҙ) ҙә башҡарылырға мөмкин. Мәҫәлән, математик үҙе алдында торған проблемаларҙы һүҙһеҙ генә, һандарҙы, тигеҙләмәләрҙе күҙ алдында тотоу менән генә лә сисә ала. Шундай уҡ хәл инженер һәм техник, йәки слесарь-ремонтсы эшендә булыуы мөмкин. Унда төп талап, машинаның (ғөмүмән, теге йәки был конструкцияның) механизмын белеү. "Сәнғәт теле"нә килгәндә, ул үҙе үк һүҙҙәрҙең мәжбүрилеген тоймай. Әйтәйек, рәссамдың буяуҙар палитраһы, композиторҙың тауыштар гармонияһы менән эш итеүе… Шулай булыуға ла ҡарамаҫтан ижтимағи тормошта һөйләү теленең роле һәм урыны сикһеҙ ҙур.
Тел күп төрлө функцияларгә эйә.
Тел социаль-этник берәмектәрҙең (милләттәрҙең, этник төркөмдәрҙең) төп билдәһе һәм, шулай уҡ уларҙың мәҙәниәтен быуындан быуынға тапшырыу сараһы ролен дә үтәй ул. Милли тел халыҡтарға үҙҙәренең патриотик хистәрен үҫтереү өсөн дә ҙур роль уйнай. Тел бер урында тормай, ул төрлө үҙгәрештәр кисереп йәшәй. Телдең һүҙлек составы яңы һүҙҙәргә, терминдаргға байый, иҫкергән һәм үҙҙәренең әһәмиәтен юғалта барған һүҙҙәр лексиканан төшөп ҡала. Телдең теге йәки был шарттар йоғонтоһонда грамматикаһында ла билдәле үҙгәрештәр булыуы мөмкин. Ҡайһы бер телдәр, ғөмүмән, юҡка сығыуға дусар булалар. Милли телде һаҡлау, уның байлығын түкмәй-сәсмәй быуындан быуынға тапшыра барыу — һәр халыҡтың мөһим бурысылыр.
Психология һәм коммуникация өлкәһендә белгес М. Томаселло фекеренсә, телде аңлауҙы аралашыу ваҡытында башҡаларҙың ниәте менән уртаҡлашыу һәләте тип аңларға кәрәк.[1]
Телде өйрәнеүсе фән лингвистика тип атала. Уның барлыҡҡа килеүе беҙҙең эра башланғандан күпкә алдараҡ, хатта антик дәүерҙә башланған. Лингвистика белемдең үҫеше оҙайлы һәм йыш ҡына ҡапма-ҡаршылыҡлы була, төрлө этник мәҙәниәт вәкилдәре тырышлығы менән башҡарыла, уларҙа үҙенсәлекле мәктәптәр һәм традициялар барлыҡҡа килә. XIX—XX быуаттарҙа хәҙерге заман лингвистикаһы — фәне барлыҡҡа килә, ул теоретик һәм ғәмәли йәһәттән кешенең тел һәм телмәр эшмәкәрлегенең бөтә аспекттарын өйрәнә.[2][3].
Тел (лингвистика) Викимилектә |
Һүҙ «функция» һүҙҙәре ҡулланған осраҡта был «тәғәйенләү», «роле» йәки «эше, етештереү объекты». Теле — күп функциялы күренеш. Телдең бөтә функциялары ла аралашыуҙа барлыҡҡа килә.
Телдең өс фукцияһы:
Р. О. Якопсон коммуникацион акт теорияһы күҙлегенән түбәндәге функцияларҙы айыра:
Андре Мартин телдең өс функцияһын айыра:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.