From Wikipedia, the free encyclopedia
Телеуттар (үҙатама теленнет, тадар, байат-пачат) — Рәсәй Федерацияһы, Көнбайыш Себерҙең көньяҡ-көнсығышында төрки телле күсмә халыҡтарҙан килеп сыҡҡан аҙ һанлы төрки төп халыҡ. Телеуттарҙың теле һәм мәҙәниәте алтай халҡының теле һәм мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнгән, уларҙың этнотерриториаль төркөмө булып 1993 йылға тиклем рәсми рәүештә һаналғандар[2].. Хәҙерге телеуттар Кемерово өлкәһенең көньяҡ райондарында күпләп йәшәйҙәр.
Телеуттар | |
көн. алт. Тэлэңэт, тэлэңут ингл. Telenget, Telengut | |
Туған тел | телеутское наречие[d] |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Кемерово өлкәһе |
Урын | Алтай[d] һәм Салаирский кряж[d] |
Халыҡ һаны | 2217 кеше (2021)[1] |
Ҡулланылған тел | урыҫ теле һәм телеутское наречие[d] |
Телеуттарҙың Y-хромосома гаплотөркөмдәре R1a1 (55,3 %), C3xM77, N1c1, R1b*, R1b3, I, J[3][4][5].
Россия Федерацияһында 2643 телеут йәшәй(2010), уларҙан 2534 кеше Кемерово өлкәһендә көн итә.
Телеуттар башлыса ауылда йәшәй. 2000-гә яҡын кеше Беково, Челухоево, Верховская, Шанда һәм Нови-Бачати ауылдарында йәшәй[6].
Телеут теле алтай телдәре ғаиләһенең төрки телдәр төркөмөнең ҡырғыҙ-ҡыпсаҡ (Хакас) телдәренә ҡараған айырым тел, йәки башҡа классификация буйынса көньяк алтай теле (ысын алтай) диалекты. Һуңғы осраҡта ла ул Кемерово өлкәһендә генә түгел, Алтай Республикаһы һәм Алтай крайы территорияһында киң таралған. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2010 йылда 975 кеше (телеуттарҙың яҡынса 37%) Рәсәйҙә телеут телендә һөйләшкән. Шул уҡ ваҡытта, телеуттарҙың барыһы да тиерлек русса һөйләшә.
Телеуттарҙың ата-бабалары - уғыҙҙарҙың теле ҡәбиләһе ((динлин, доланьгэ, теленгут һ.б.), Джунгария менән Үрге Обь буйы араһында күсенеп йөрөгән. Джунгарҙар менән тығыҙ бәйләнгән. 17 быуат башында урыҫ сығанаҡтарында Телеут ере (рус. Телеутская землица (Телен орда)) тип телгә алына)[7].
1930 йылдарҙа атайлыларға һәм татарҙарға индергәндәр. 1990 йылда «Эне Байат» ассоциацияһы төҙөлә, телеут халҡы съездары үткәрелә башлай, 1992 йылда «Телеут халҡының үҙбилдәләнешкә хоҡуғы тураһында» декларация ҡабул ителә. РФ аҙ һанлы халыҡтарының Берҙәм исемлегенә индерелгәндәр[8].
Православие динендәләр, традицион инаныс тотоусылар ҙа һаҡлана.
Мәҙәниәткә теленгиттар һәм хакастарға яҡын.
Этнографик тикшеренеүҙәр буйынса[9], борон телеуттар күп халыҡтарҙа осорай торған һауала ерләү йолаһын ҡулланғандар (йәғни, мәйет ергә күмелмәй).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.