![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/b/bf/Tibet_landscape.jpg/640px-Tibet_landscape.jpg&w=640&q=50)
Тибет таулығы
Үҙәк Азиялағы таулыҡ. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Тибет таулығы — Был Үҙәк Азияла[1]. донъяның[2] майҙаны буйынса иң ҙур (2,5 млн км² самаһы) һәм иң юғары (уртаса бейеклеге 4877 м) таулыҡ.
Тибет таулығы | |
ҡыт. 青藏高原 | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Оҙонлоҡ | 2500 km |
Киңлек | 1000 km һәм 35 555 |
Майҙан | 2 500 000 км² |
![]() |
Оҙонлоғо көнбайыштан көнсығышҡа 2500 км, көньяҡтан төньяҡҡа 1000[3] км. Рельефы, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы бик ныҡ күп төрлө. Тибет таулығығының күп өлөшө Ҡытайҙың Тибет милли районында урынлашҡан. Ә көньяҡ өлөшө Һиндостанға ҡарай. Туристарҙың күпләп килеүе Тибеттең будда монахтары һәм изгеләренең (махатма) төйәге булараҡ билдәлелегенә бәйле.
Таулыҡ төньяғында Куньлунь һырты менән сикләнгән. Ә төньяҡ-көнсығышында уны Гоби сүллегенән Циляньшань һырттары системаһы айырып тора.
Тибет таулығынан донъяның ғәйәт ҙур йылғалары: Һинд, Брахмапутра, Салуин, Меконг, Янцзы, Хуанхэ йылғалары башланғыс ала. Көнбайышында Тибет таулығы Памир һырттары менән, көнсығышта Син-тибет тауҙары[4].менән сикләшә.
Таулыҡ файҙалы ҡаҙылмаларға, шул иҫәптән алтынға бик бай. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, был 1951 йылда Тибеттең Ҡытай халыҡ Республикаһы тарафынан баҫып алыныуына сәбәпсе була һәм артабан байлыҡтарының таланыуына килтерә.[5] Шулай уҡ, Ҡытай Азияның барлыҡ оло йылғаларының сығанаҡтарына контролде үҙ ҡулына эләктерә.