Торналар[1][2][3] (лат. Gruidae) —торна һымаҡтар (лат. Gruiformes) отрядындағы ҡоштар ғаиләһе. Был боронғо ғаилә. Уның барлыҡҡа килеүе динозаврҙар дәүеренең тамамланған саҡҡа, 40—60 миллион йыл элекке эоцен ваҡытына ҡарай тип һанайҙар.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Торналар |
Япон торнаһы |
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Супер-класс: | Дүрт аяҡлылар | Ярым класс: | Яңы аңҡаулылар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Gruidae Vigors, 1825
|
Ырыуҙар |
---|
- Ҡара торналар (Anthropoides)
- Тажлы торналар (Balearica)
- Һырғалы торналар (Bugeranus)
- Торналар (Grus)
|
|
|
Ябырға
Торналарҙың иң яҡын туғандары булып арамалар (Aramidae) һәм Psophiidae һанала. Ә тарихи тыуған төйәге — Америка континенты. Унан тәүҙә торналар Азияға барып сығалар, артабан инде Африкаға һәм Австралияға таралалар. Торналар донъяла киң таралған, тик Антарктидала һәм Көньяҡ Америкала ғына юҡтар.
Борондан уҡ был ҡоштар менән кешеләр таныш булған, бының турала Африкала, Австралияла һәм Европала мәмерйә һүрәттәре рәүешендәге археологик дәлилдәр бар.
Ғаилә 15 төрҙө менән 4 ырыуҙы үҙ эсенә ала, шуларҙың 2 ырыуға ҡараған 7 төрө Рәсәйҙә оялайҙар.