![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/b/bc/Trigonometric_functions_no_legend.svg/langba-640px-Trigonometric_functions_no_legend.svg.png&w=640&q=50)
Тригонометрик функциялар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тригонометри́к фу́нкциялар — элементар функциялар, улар тарихи рәүештә тура мөйөшлө өсмөйөштәрҙе ҡарағанда барлыҡҡа килгәндәр һәм был өсмөйөштәрҙең яҡтары оҙонлоғоноң гипотенуза эргәһендәге ҡыҫынҡы мөйөштәренә бәйлелеген күрһәтәләр (йәки, шуға тиң мәғәнәлә, түңәрәктә хордаларҙың һәм бейеклектәрҙең дуғаның үҙәк мөйөшөнә бәйлелеге. Был функциялар фәндең төрлө өлкәләрендә бик киң ҡулланыу таптылар. Артабан тригонометрик функцяларҙың билдәләмәләре киңәйтелә, хәҙер уларҙың аргументы булып теләһә ниндәй ысын һан йәки хатта комплекслы һан торорға мөмкин. Тригонометрик функцияларҙың үҙсәнлектәрен өйрәнеүсе фән тригонометрия тип атала.
Тригонометрик функциялар | |
Ҡайҙа өйрәнелә | тригонометрия |
---|---|
Аппроксимационный алгоритм | CORDIC[d] |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Обратно к | Кире тригонометрик функциялар |
![]() |
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/b/bc/Trigonometric_functions_no_legend.svg/320px-Trigonometric_functions_no_legend.svg.png)
Тригонометрик функциялар графигы: синустың косинустың тангенстың котангенстың секанстың косеканстың
Тригонометрик функцияларға инәләр:
- тура тригонометрик функциялар
- синус (
)
- косинус (
)
- тригонометрик функцияларҙың сығарылмалары
- тангенс (
)
- котангенс (
)
- башҡа тригонометрик функциялар
- секанс (
)
- косеканс (
)
Инглиз һәм америка әҙәбиәтендә тангенс, котангенс һәм косеканс тип тамғалана. Икенсе бөтә донъя .һуғышына тиклем Германияла һәм Францияла был функциялар беҙҙәге кеүек тамғаландылар[1], ләкин аҙаҡ был илдәр инглиз-америка стандартына күстеләр.
Был алты функциянан тыш һирәк ҡулланылған тригонометрик функциялар бар (версинус һ.б.), шулай уҡ кире тригонометрик функциялар (арксинус, арккосинус һ.б.), улар айырым мәҡәләләрҙә ҡарала.
Ысын аргументтың синусы һәм косинусы периодлы, өҙлөкһөҙ һәм сикһеҙ дифференциалланыусы, ҡиммәттәре ысын һандар булған функциялар. Ҡалған дүрт функция ысын һандар күмәклегендә шулай уҡ периодлы, билдәләнеү өлкәһендә сикһеҙ дифференциалланыусы,ҡиммәттәре ысын һандар булған функциялар, ләкин өҙлөкһөҙ түгелдәр. Тангенс һәм секанстың нөктәләрендә, ә котангенс һәм косеканстың —
.
нөктәләрендә икенсе төрҙәге өҙөктәре бар.
Тригонометрик функцияларҙың графиктары 1-се һүрәттә күрһәтелгән.