Урмансылыҡ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Урмансылыҡ - урман ресурстарын үҫтереү, һаҡлау һәм файҙаланыу менән шөғөлләнгән хужалыҡ эшмәкәрлеге өлкәһе; шулай уҡ урманды үҫтереү, яҡшыртыу һәм етештереүсәнлеген күтәреү ысулдарын өйрәнеүсе фәнни дисциплина.[1] Урман һәм башҡа урман продукттарына ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү маҡсатында урмандарҙы үҫтереү һәм тотороҡло файҙаланыу теорияһы һәм практикаһы, шулай уҡ урманды төҙөкләндереү һәм уның һыу һаҡлау, экологик һәм социаль функцияларын арттырыу.[2] Иҡтисади, экологик һәм социаль аспектҡа эйә.
Урман ресурстары — ағас һәм ағас булмаған урман изделиелары запастары йыйылмаһы.
Хәҙерге заман урмансылығы эшкәртелмәгән ағас етештереү өсөн урман үҫтереү, ҡырағай тәбиғәттең йәшәү урындарын һаҡлау, тәбиғи һыу сығанаҡтарының сифатын көйләү, урман массивтарын һәм тәбиғи ландшафттарҙы тергеҙеү проблемалары менән шөғөлләнә. Урман массивтарын тергеҙеү һөҙөмтәһендә атмосферала углекислый газ миҡдары кәмей.
Урман Ер биосфераһының иң мөһим компоненттарының береһе булып тора, һәм урмансылыҡ был ресурсты фәнни өйрәнеүҙә һәм файҙаланыуҙа төп звено булып тора.