Фабрика
машиналар ҡулланыуға нигеҙләнгән, ҙур масштаблы етештереү менән ҡылыҡһырланған сәнәғәт предприятиеһы. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Фабрика (лат. fabrica — оҫтахана; завод[1][2]) — машиналар ҡулланыуға нигеҙләнгән[3], ҙур масштаблы етештереү менән ҡылыҡһырланған сәнәғәт предприятиеһы. Ҡағиҙә булараҡ, бер-береһенә яҡын урынлашҡан бер йәки бер нисә ҡаралтынан тора. Уларҙа функцияһы йәки тауар төрө буйынса барлыҡҡа килгән цехтар, шулай уҡ келәт һәм офис биналары бар.
«Фабрика» термины, ғәҙәттә, еңел һәм сеймал табыу сәнәғәтендә (трикотаж фабрикаһы, байыҡтырыу фабрикаһы), башҡа тармаҡтарҙа йышыраҡ «завод» термины ҡулланыла (икмәк заводы, автозавод, механика заводы). Дөйөм территориаль-етештереү комплексы һәм берҙәм тәьмин итеү сылбыры менән берләштерелгән, берҙәм структураға буйһонған заводтар һәм фабрикалар төркөмдәрен комбинаттар (тау-байыҡтырыу комбинаты, металлургия комбинаты) тип атайҙар.
XVIII—XIX быуаттарҙа фабрикалар һәм заводтарҙың барлыҡҡа килеүе, уларҙың ҡул хеҙмәте өҫтөнлөк иткән мануфактураларҙы алмаштырыуы — былар беренсе сәнәғәт инҡилабының төп айырмалы үҙенсәлеге. Ваҡыт үтеү менән, заводтар һәм фабрикалар сәнәғәт предприятиеларының төп формаһына әүерелә.
Фабрика һәм заводтарҙың төп үҙенсәлектәре: тармаҡ йүнәлеше, етештереү тибы, етештереү ҡеүәте, натураль һәм аҡсалата сағылышта ваҡыт берәмегенә ярашлы продукция етештереү, хеҙмәткәрҙәр һаны, төп фондтарҙың хаҡы һәм уларҙың туҙыуы, участканың майҙаны, етештереү биналарының дөйөм майҙаны, энергия ҡеүәте, хеҙмәтте механизациялау һәм автоматлаштырыу кимәле, инеү юлдар.