From Wikipedia, the free encyclopedia
Фердинанд I (1887 йылға тиклем Леопольд Мария принц Карл Фердинанд Максимилиан Саксен-Кобург-Готский; 26 февраль 1861 — 10 сентябрь 1948) — Болгария кенәзе 1887 йылдың 7 июленә тиклем, һуңынан Болгария батшаһы (Өсөнсө Болгар батшалығын нигеҙләүсе) 22 сентябрь 1908 йылдан 3 октябрь 1918 йылға тиклем Саксен-Кобург-Готский династияһынан[5]. Әсәһе яғынан француз короле Луи-Филипп I ейәне, атаһы яғынан Фердинанд Саксен-Кобург-Заальфельдскийҙың ейәне. Шулай уҡ ботаник, энтомолог һәм филателист булараҡ билдәле.
Австрия гусарский полкында хеҙмәт итә, һуңынан венгрҙар гонведтарына күсә.[6].
1887 йылда Баттенбергский Александр тәхеттән баш тартҡандан һуң, Вальдемар, Дания принцы — Рәсәйҙең ҡаршы эш итеү һөҙөмтәһендә — уңышһыҙ була, болгар халыҡ йыйылышы Д.Тончев тәҡдиме буйынса , С.Стамболов.тәьҫире менән, болгар тәхетенә принц Фердинанды һайлай. Фердинанд шундуҡ ризалыҡ менән яуап бирә «үҙ ғүмерен болгар халыҡы мәнфәғәтенә арнарға, әгәр Юғары Порт һәм державалар һайлауҙы таныһалар». Державалар, һәм, бигерәк тә, Рәсәй, һайлауҙы раҫлауҙан баш тарта. Шуға ҡарамаҫтан, Фердинанд Болгария территорияһына инә һәм болгар халҡына прокламациялар менән мөрәжәғәт итә. Унда былай тип әйтелә: " державаларҙың протесы минең шәхескә ҡаршы йүнәтелмәгән, ә тик һайлау формаһына. Ул илгә килергә хәл итә,державалар үҙҙәренең ҡаршы килеүҙәренән баш тартыуына өмөт белдерә ". 14 августа ул Тырновола конституцияға тоғролоҡ анты бирә[6].
Фердинанд Стефан Стамболовҡа министрлыҡты ойошторорға йөкмәтә. Стамболов 7 йыл буйы Болгарияның һәм кенәздең үҙенең тулы хоҡуҡлы хакимы була, теләмәһә лә, уға даими буйһоноусан һәм хатта асыҡтан-асыҡ мыҫҡыллауҙарҙы кисерә. Халыҡ алдында Рәсәй менән араны өҙөү өсөн уның яуаплы ғына түгел, әммә Стамболовтың тупаҫлығы һәм залимлығы өсөн дә яуаплылыҡ тота. Шуның өсөн дә Фердинанд үҙенә ҡарата шәхси симпатия уята алмай, һәм үҙе лә шулай уҡ зиннәтлелек менән һоҡлана һәм болгар халҡы, хатта кенәз Александрҙың ябайлығына күнккән юғары ҡатлам өсөн ғәҙәти булмаған этикет нормаларын үтәүҙе ҡәтғи талап иткән[6].
1893 йылда Фердинанд принцесса Мария-Луиза Пармаға өйләнә. Кәләшенең ата- әсәһе инанған католиктар була. Фердинанд конституция статьяларын үҙгәртеүгә ирешергә тейеш була. Тәхет вариҫы, мотлаҡ,православие булырға тейеш, тигән талап ҡуйыла. Стамболов тарафынан үҙгәртеү индерелә, шул уҡ ваҡытта үҙенең шәхси маҡсаттарын күҙ уңында тота.. Фердинанд, күрәһең, Стамболовтан ҡотолорға тырышып ҡарай, уның өсөн ысын мәғәнәһендә түҙеп торорлоҡ булмай башлай, һәм шуның менән бергә Болгарияны көрсөккә килтерә, әммә Австро-Венгр империяһының дипломаик агенты , Фердинандтың берҙән-бер таянысы , Стамболовты алыуға ҡәтғи ҡаршы протест күрһәтә. Ниһайәт, 1894 йылдың майында , Стамболов кенәздең уға күрһәтелгән шәхси хат баҫтыра. Фердинанд сығырынан сыға, Стамболовтың был ҡылығын намыҫһыҙлыҡ,тип баһалап, уны отставкаға ебәрә. Был тәүәккәл аҙым кенәздең шаҡтай популярлығын күтәрә һәм ошо ваҡыттан алып ул үҙаллы була. Болгарияның сәйәси тормошонда үҙ сәйәсәтен алып барыу мөмкинлеген ала[6].
Фердинанд Болгария менән Рәсәйҙе татыулаштырыу өсөн, католик иғәнәһенән һәм ҡатыны менән бәйләнештән баш тарта. 1896 йылда православиеға ул үҙенең улы Бористы ҡуша Элек ул католик инаныстарында булған.. Рәсәй һәм уның артынан башҡа державалар кенәзде таныйҙар, уның менән Драган Цанков һәм Петко Каравелов партиялары дуҫлашалар. Династияға ҡаршы оппозицияла булған юлбашсылар конституция оппозицияһына күсәләр, хатта етәксе партияларҙың башлыҡтары һәм ағзалары була алалар[6].
Фердинанд I Балҡанда Болгария гегемонияһына дәғүә итә.Үҙен Ғосман империяһының европа мираҫына төп дәүғәсе, тип һанай, шул уҡ ваҡытта Герман империяһы ярҙамына таяна. Уның урынына батша титулын ҡабул итә һәм тулы бойондороҡһоҙлоҡ иғлан великокняжеский төркиә 1908 йылда ул тулыһынса Төркиәнән бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә һәм Бөйөк кенәз титулы урынына батша титулын ҡабул итә (шулай уҡ көнбайыш европа телдәренә «Болгария король» булараҡ тәржемә ителә). Шул уҡ ваҡытта Болгария Бөйөк кенәзлектән Болгар батшалығы тип атала. 1912—1913 йылдарҙағы Беренсе балҡан һуғышы йомғаҡтары буйынса Болгария Төркиәнән Фракия байтаҡ өлөшөн Эдирне менән һәм Македония ҙур өлөшөн Эгей диңгеҙенә сығыу юлы менән ала. Әммә шул уҡ 1913 йылда Македонияны бүлеү бйынса мәсьәләне хәл итә алмау сәбәпле, Фердинанд элекке союздаштарына -Греция һәм Сербияға — ҡаршы һуғыш аса (Икенсе Балҡан һуғышы). Был һуғышта Болгария еңелә, ерҙәренең бер өлөшөн ҡайтарырға мәжбүр була. Шул иҫәптән, Төркиә менән һуғышҡа ҡушылған Эдирне өлкәләрен.
1915 йылда Болгария Беренсе донъя һуғышында Германия яғында һуғыша (был юлы Төркиә менән берлектә), Балҡанда хәлде үҙ файҙаһына үҙгәртергә иҫәп тота[7].
Һуғышта еңелгәндән һуң, Фердинанд I улы Борис III файҙаһына тәхеттән баш тарта (1918) һәм илде ташлап китә. Кобургта йәшәп, Фердинанд улы БорисIII үлемен, икенсе улы Кирилл атылыуын, ейәне I Симеон II тәхеттән ҡолатылыуын һәм Болгарияла коммунистар власын урынлашыуын кисерә.
Фердинанд яҙыусы һәм филателист булған. Варна эргәһендәге Евксиноград һарайы — уның франкофиль әҙәби зауығын дәлилләүсе күрһәткес.
Ағаһы Август менән бергә 1879 йылдың авгусында Бразилия буйлап сәйәхәт итә. Ул үҙен дәртле ботаник һәм энтомолог итеп таныта. Уның коллекцияларын бер өлөшөн Словакияның Света-Антон замогында күрергә мөмкин. Тәхеттән баш тартҡас, Света-Антонда ул оҙаҡ йәшәй.
Рәсәйгә визиты ваҡытында фирма «Фаберже» магазинында булған, мотлаҡ, ярайһы ҙур суммаға тауар һатып алған. Бер килгәнендә ярым шаяртып Карл Фаберже фирмаһы башлығына болгар министры булырға тәҡдим иткән.[8]
Кенәз поездарға ла битараф булмаған һәм бер нисә тапҡыр «Восточный экспресс»ты ҡаршы алған, машинист кабинаһына инеп, беренсе заң бирергә яратҡан.
1893 йылда Мария Луиза Бурбон-.Пармскаяға өйләнә. Был никахта дүрт балаһы тыуа:
Фердинанд кенәз 1908 йылдың 28 февралендә икенсе тапҡыр өйләнгән: уның ҡатыны Элеонора була (1860—1917), Рейсс Генрих IV-Шлейц-Кестрицский кенәз ҡыҙы. Был никахтан балалары булмай..
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.