Филиппин
Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Филиппин Республикаһы (тагал Republika ng Pilipinas), Филиппин (тагал Pilipinas) — Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы дәүләт. 2020 йылдың мартына ҡарата халыҡ һаны 100 981 437 кеше (йылына 2 % арта), шул иҫәптән 2134 филиппин сит ил илселектәре һәм консуллыҡтары хеҙмәткәрҙәре, халыҡ тығыҙлығы 1 км²-ға 337 кеше тәшкил итә, биләмәһе — 299 764 км². Халыҡ һаны буйынса донъяла ун икенсе урынды һәм биләмәһе буйынса 72-се урынды биләй.
| |||||
Девиз: «Maka-Diyos, Makatao, Makakalikasan, at Makabansa»
«Аллаһа, Халыҡ , тәбиғәт һәм ил өсөн» | |||||
Гимн: «Lupang Hinirang» «Избранная Страна» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 12 июнь 1898 й. ( Испаниянан) | ||||
Рәсми телдәр | филиппинский язык[d][1][2] һәм инглизсә[3] | ||||
Баш ҡала | Манила | ||||
Эре ҡалалар | Манила[4] | ||||
Идара итеү төрө | Унитар Президент -конституциялы республика | ||||
Президент
Вице-президент | Бенигно Акино
Джеджомар Бинэй | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 70 299 764 км² 0,6 | ||||
Халыҡ • Һаны (2012) • Халыҡ тығыҙлығы | 103 775 002[5] чел. (12) 306 чел./км² | ||||
Валюта | 1 филиппинское песо = 100 сентаво (сентимо) | ||||
Интернет-домен | .ph | ||||
Код ISO | PH | ||||
МОК коды | PHI | ||||
Телефон коды | +63 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 8 |
Баш ҡалаһы — Манила, иң ҙур ҡалаһы — Кесон-Сити. Рәсми телдәр — инглиз һәм филиппин (тагаль).
Унитар дәүләт, президент республикаһы. 2016 йылдың 30 июненән президент вазифаһын Родриго Дутерте, вице-президенты — Лени Робредо биләй. 81 провинцияға бүленә.
Филиппин Тымыҡ океандың көнбайыш өлөшөндә Индонезия менән Тайвань араһында урынлашҡан һәм 7107 утрауҙы үҙ эсенә ала. Утрауҙар өс төркөмгә бүленә: Лусон, Висай утрауҙары һәм Минданао.
Диндарҙарҙың күбеһе католицик динен тота.
Йылдам үҫешеүсе иҡтисады булған индустриаль ил. 2016 йылда эске тулайым продукт күләме 310,312 миллиард доллар тәшкил иткән[6] (йән башына яҡынса 2978 АҠШ доллары). Аҡса берәмеге — Филиппин песоһы.
Илдең Испаниянан бойондороҡһоҙлоғо (уның составында Филиппин 1521—1898 йылдар дауамында була) 1898 йылдың 12 июнендә иғлан ителә, шунан һуң, 1898 йылғы Париж солох килешеүенә ярашлы, утрауҙар АҠШ составына инә һәм 1946 йылдың 4 июлендә тулы бойондороҡһоҙлоҡ ала.