Хеопс пирамидаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хеопс Пирамидаһы (ғәр. هرم هيوس) (Хуфу), Гизаның Бөйөк пирамидаһы — Мысыр пирамидаларының иң ҙуры, Боронғо Мысырҙың архитектура сәнғәте ҡомартҡыһы; беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған «Донъяның ете мөғжизәһе»нең берҙән-бере һәм уларҙың иң боронғоһо: уның йәше яҡынса 4500 йыл тип билдәләнә.
Хеопс пирамидаһы | |
Нигеҙләү датаһы | б. э. т. 2560[1] |
---|---|
Дәүләт | Мысыр[2] |
Административ-территориаль берәмек | Эль-Гиза[d][2] |
Урын | Эль-Гиза[d] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Гиза некрополе |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 95 метр |
Ил | Боронғо Мысыр |
Әҫәр заказсыһы | Хеопс |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | эзбизташ һәм гранит[d] |
Коллекцияләре | Хеопс пирамидаһы |
Архитектор | Хемиун[d] |
Архитектура стиле | Архитектура Древнего Египта[d] |
Бейеклеге/буйы | 137,5 метр[1] |
Майҙан | 53 061,12 квадрат метр |
Күләме | 2 583 283 м³ |
360 градус күренеше | giza.mused.org/en/guided… |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of the Great Pyramid[d] |
Хеопс пирамидаһы Викимилектә |
Гиза платоһында Мысырҙың баш ҡалаһы ситендә һәм Нил дельтаһында урынлашҡан; платоның Боронғо батшалыҡтың өс фараоны — төҙөлөшкә заказ биреүселәр тип күҙалланған Хеопс, Хефрен (Хафра) һәм Микерин (Менкаура) — исемен йөрөткән ҙур пирамидаларының иң төньяҡтағыһы. Был пирамидалар Мемфис (Боронғо батшалыҡтың баш ҡалаһы) һәм Гелиополь ҡалаһы ситендә, Ҡаһирәгә нигеҙ һалынғанға тиклем мең йыл элек төҙөлә[3]. Өс мең йылдан ашыу ваҡыт дауамында (Англияла Линкольн соборы төҙөлгәнгә тиклем, 1300 йылдар тирәһе) Бөйөк пирамида Ерҙә иң бейек төҙөлөш булып тора. 1979 йылдан, «Мемфис һәм уның некрополдәре — Гизанан Дахшурға тиклем пирамидалар районы» пирамидалар комплексының башҡа пирамидалары кеүек үк ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы булып тора.