From Wikipedia, the free encyclopedia
Василий Иванович Чуйков (12 февраль (31 ғинуар) 1900 йыл — 18 март 1982,) — совет хәрби етәксеһе. Советтар Союзы Маршалы (1955). Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1944, 1945).
Германияла совет ғәскәрҙәре төркөмөнөң Баш командующийы (1949—1953), Киев хәрби округы (1953—1960) командующийы, СССР-ҙың Ҡоро ер ғәскәрҙәре баш командующийы — СССР Оборона министры урынбаҫары (1960—1964), СССР Граждандар оборонаһы ғәскәрҙәре начальнигы (1961—1972). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1961—1982).
1942 — 1946 йылдарҙа — Сталинград алышында айырылып торған 62-се армия (8-се гвардия армияһы) командующийы.
1900 йылдың 12 февралендә Тула өлкәһенең (хәҙер Мәскәү өлкәһе) Серебряные Пруды ауылында (хәҙер ҡасаба) күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә (8 ағаһы (Петр, Андрей, Иван, Илья Федор) һәм апаһы була) тыуа. Урыҫ[8]. Атаһы — Иван Ионович Чуйков (3.03.1865 — 27.06.1958), православие динле крәҫтиән. Әсәһе — Елизавета Федоровна Чуйков (ҡыҙ фамилияһы — Карякина 5.09.1865 — 29.03.1958), православие динле крәҫтиән.
Сиркәү-мәхәллә мәктәбендә (1907—1911) дүрт класс тамамлай һәм 12 йәшендә Петроградҡа эшкә китә, тибенге оҫтаханаһында эшләй башлай. 1917 йылда Кронштадтта минерҙар отрядында юнга булып хеҙмәт итә[9]. 1919 йылдан РКП(б) ағзаһы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.