Шан (династия)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Шан дәүләте (ҡыт.: 商朝), альтернатив атамаһы Инь дәүләте (ҡыт.: 殷代) йәки Шан-Инь дәүләте — тәүге батшалыҡ[3], беҙҙең эраға тиклемге 1554 йылдарҙан алып[4] б.э тиклемге 1046 йылдарҙа Хуанхэ йылғаһынан төньяҡтараҡ Ҡытай тигеҙлегенә сыҡҡан ерҙәрҙә булған. Шан дәүләте Чжоу дәүләтенә саҡлы йәшәп килгән.
Шан | |
Нигеҙләү датаһы | б. э. т. 1600[1] |
---|---|
Рәсми тел | древнекитайский язык[d] |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт | Ҡытай |
Административ үҙәк | Иньсюй[d] |
Идара итеү формаһы | монархия |
Халыҡ һаны |
150 000 кеше, 13 500 000 кеше (б. э. т. 1100)[2] |
Алмаштырылған | Западная Чжоу[d] |
Алыштырған | Ся (династия) |
Ҡулланылған тел | древнекитайский язык[d] |
Яҙыу | Цзягувэнь[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | б. э. т. 1046 |
Рәсми дине | Ҡытай халыҡ дине |
Шан Викимилектә |
Шан тәүге ҡытай дәүләтселлеген барлыҡҡа килтереүсе, уның үҫешен археологик ҡаҙылмалар ғына түгел, ошо дәүерҙән ҡалған телдән-телгә күсеп килгән һәм шулай уҡ эпиграфик яҙма сығанаҡтар аша ҡалған мәғлүмәттәр иҫбатлай. Иң тулы һәм ентекле тарихи сығанаҡ — Сыма Цяндың «Тарихи яҙмалар» ҡулъяҙмаһы. Ҡаҙылма тикшеренеүҙәр ваҡытында цзягувэньдар табылған, уларға йәнлектәрҙең баш һөйәгенең маңлай яғына яҙылған иероглифтар, шулай уҡ ҡула(бронза), нефрит, керамик һәм таштан яһалған әйберҙәр ҙә лә шундай яҙмалар табылған.
Иң күпләп табылған әйберҙәр баш ҡалалары Иньсюй (ҡыт. упр. 殷墟, пиньинь: Yīnxū, палл.: Иньсюй) биләмәһендә, ул хәҙерге Хэнань провинцияһының Аньян ҡалаһы янында. Боронғо ҡала биләмәһе ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫтары теҙмәһенә индерелгән.