From Wikipedia, the free encyclopedia
Ыштыр (сылғау[1], аяҡ урауы[2]; рус. онуча) — аяҡ кейеменең бер өлөшө, аяҡҡа урай торған, ойоҡто алмаштырыусы туҡыма. Итек һәм сабата эсенән кейелә[2].
Ыштыр | |
Ыштыр Викимилектә |
Аяҡҡа урау өсөн аҡ, ҡара йәки көрән төҫтәге (киндер, йөн), оҙон, киң (30 сантиметрға яҡын) туҡыма һыҙаты ҡулланыла.
Йылы, буҫтау ыштырҙар урыҫ телендә скуты тип атала[3]..
Урыҫ һәм фин кейеме элементы тип яҙһалар ҙа, был төр сылғау башҡа халыҡтарҙа ла, шул иҫәптән, башҡорттарҙа ла бар. Ыштыр — сылғауҙың сабата эсенән кейә торған төрө, тип аңлатыла 2 томлыҡ "Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә[4]
Бындай туҡыма киҫәге менән тотош табанды һәм сираҡты урайҙар. Урап бөткәс, әгәр аяҡ кейеме ҡыҫҡа ҡуныслы булһа йәки ғөмүмән ҡунысы булмаһа, баулап ҡуйғандар. Ғәҙәттә йәйгеһен холст (етен йәки киндер туҡыма), ҡыш көнө — буҫтау һәм киндер туҡыманы бергә урағандар.
Урама (рус. Обмотки) — ХХ быуат башында һалдат ботинкалары эсенән тубыҡҡа тиклем аяҡҡа уралған туҡыма киҫәктәре. Донъяның күп армияларында штаттағы аяҡ кейеме итеп ҡулланылған йәки итекте алмаштырған монаят. Киңлеге 10-12 сантиметр, оҙонлоғо 2,5 метрға тиклем еткән. Тәүгеләрҙән булып урамаларҙы Гималай таусыларының аяҡ кейеменең был элементын күреп ҡалған инглиздәр тотона башлай. Урамаларҙың инглизсә атамаһы — ингл. puttee, санскр. patta («таҫма») тигәндән килеп сыҡҡан[5]. Һалдат кейемендә сылғауҙың (ҡара: Хәрби кейем) ҡулланылыуы тураһындағы мәҡәләне ҡарағыҙ.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.