Электр тогы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Электр тогы — электр зарядын йөрөтөүсе киҫәксәләрҙең йәки квазикиҫәксәләрәҙең бер тәртиптә (йүнәлештә) хәрәкәт итеүе[1][2][3].
Бындай йөрөтөүселәр: металдарҙа — электрондар, электролиттарҙа — иондар, (катиондар һәм аниондар), газдарҙа — иондар һәм электрондар,ҡайһы бер шарттарҙа вакуумда — электрондар, ярым үткәргестәрҙә — электрондар, йәки тишектәр (электр-тишекле үткәреүсәнлек). Ҡайһы ваҡыт электр тогы тип күсеү тогын(ток смещения) атайҙар, ул билдәле ваҡытта электр ҡыры үҙгәреүҙән барлыҡҡа килә[4].
Электр тогы ошондай сифаттарға эйә:
- үткәргестәрҙең йылыныуы (ныҡ көслө үткәргестәрҙә булмай);
- үткәргестәрҙең химик составы үҙгәрә(мәҫәлән, электролиттарҙың);
- магнит ҡыры хасил итеү (бөтә үткәргестәрҙә лә бар)[3].