From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғабдуллаһ ибн Ғәббәс (ғәр. عبد الله بن عباس)- Мәккә, хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны — 686, Таиф)- Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм атаҡлы сәхәбәһе һәм ике туғаны, ислам экзегетикаһына нигеҙ һалыусы. Ғәббәс ибн Ғәбдел Мотталибтың улы була. Ул иң яхшы Ҡөрьән мөфәссирҙәренән була[5].
Ғабдуллаһ ибн Ғәббәс | |
араб. عبد الله بن عباس | |
Бәсрә әмире 650-се | |
---|---|
Алдан эшләүсе: |
? |
Дауам итеүсе: |
? |
Шәхси мәғлүмәт | |
Тыуған ваҡыттағы исеме: |
Абдуллах ибн Аббас ибн Абд аль-Мутталиб аль-Хашими |
Ҡушаматы: |
Хабр аль-умма |
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: | |
Тыуған көнө: | |
Тыуған ере: | |
Үлем көнө: |
687[1] |
Үлгән ере: |
Эт-Таиф[d], Мәккә[d], Сәғүд Ғәрәбстаны[4] |
Ил: | |
Дине: Ағымы: |
|
Атаһы: | |
Әсәһе: | |
Балалары: | |
Дини эшмәкәрлек | |
Эшмәкәрлек йүнәлеше: |
ислам дин ғилеме, тәфсир, Фиҡһ, Ҡөръән ғилеме[d], Sharia Sciences[d] һәм Хәҙис ғилеме |
Остаздары: | |
Шәкерттәре: | |
Хеҙмәттәре: |
Толкование Корана, Необыкновенная книга о Коране, Разъяснение языка Корана и Язык в Коране |
Ваҡиғалар: |
Сиффинская битва |
Ғабдуллаһ ибн Ғәббәс Викимилектә |
Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм вафат булғас, олораҡ сәхәбәләрҙән хәҙистәр өйрәнә башлай. Унан Бохари һәм Мөслим йыйынтыҡтарына 1660 хәҙис яҙып алына.
Ибн Ғаббас Мәккә Ҡөрьән тәфсирләү мәктәбенә нигеҙ һала. Унан белем алырға халыҡ урамға һыймай килә торған булған. Ғабдуллаһ ибн Ғаббастың атаҡлы уҡыусылары: Сәғит ибне Жүбәйер, Мүжәһид ибне Жәбр әл-Мәкки, Иҡрима, Тавус ибн Кәйсан әл-Йәмәни һәм Ғата ибн Әбу Рабах.
Ибн Ғаббас һиҗрәттән 3 йыл элек тыуа. Ул бәләкәй сағынан Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм янында була: көсөнән килгәнсә ярҙамлаша, артына баҫып намаҙ уҡый. Миләди 630 йылға тиклем ғаиләһе менән Мәккәлә йәшәй. Мәккәне яулар алдынан улар Мәҙинәгә күсенә[6].
Мәккәне алыуҙа ҡатнаша. Беренсе хәлифәләр ваҡытында уларҙың ярҙамсыһы була була, Төньяк Африка һәм Табаристанға һөжүмдәрҙә була.
Хәҙрәте Усман үлеменән һуң, Али уны Бәсрә әмире итеп тәғәйенләй. Шунда ул харижиҙар фетнәһендә катнашҡан 20 000 кешегә хәҙрәте Алиҙы аҡлап, ғәйепләүҙәр нигеҙһеҙ икәнен аңлатыуға өлгәшә. Мәгәр һуңынан хакимиәттән китә. Ғүмеренең ахырына тиклем фәнни эш менән шөғөлләнә.
687 йылда (һ. 68) Ғабдулла ибн Ғаббас Таифта 70 йәшендә вафат була. Йыназа намаҙын Мөхәммәт Ибн әл-Хәнәфиә уҡый.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.