Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Туймазы районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡандра (рус. Кандры) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны кеше[4]. Почта индексы — 452793, ОКАТО коды — 80 251 827 001.
Ҡандра | |
Ҡандры | |
Нигеҙләү датаһы | 1773 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Ҡандры |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ үҙәге | Ҡандра ауыл советы[2] |
Административ-территориаль берәмек | Ҡандра ауыл советы[2] |
Халыҡ һаны | 10 885 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 452765 |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ауылға 1906 һәм 1910 йылдар араһында, Бәләбәй өйәҙендә Һамар—Златоуст (хәҙерге Куйбышев) тимер юлы төҙөлгәндән һуң, Ҡандра станцияһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1937—1956 йылдарҙа Ҡандра районының административ үҙәге булып иҫәпләнә.Ауыл Туймазы нефть ятҡылығын үҙләштереү барышында үҫеш ала. 50‑се йылдарҙа Ҡандра 18 быуаттың 1‑се яртыһында нигеҙләнгән Ҡандра-Әмин ауылы менән берләшә.
1955 йылдан алып Ҡандра исемен йөрөткән ҡала тибындағы ҡасаба булып иҫәпләнә. 1962—2002 йылдарҙа Туймазы ҡалаһы составында, 2005 йылда хәҙерге статусын ала.
Халҡы: 1920 й. — 170 кеше; 1939 — 3065; 1959 — 8362; 1989 — 10785; 2002 — 12077; 2010 — 10885 кеше. Башҡорттар, татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002).
Ҡандрала икмәк комбинаты урынлашҡан. 2 урта, 1 төп (2‑се урта мәктәп филиалы) мәктәп, муз. мәктәбе, уҡыусылар йорто, 3 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (“Рябинушка” урыҫ халыҡ фольклор ансамбле, “Дуҫтар” башҡ. халыҡ фольклор ансамбле), 2 китапхана бар.[12].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.