Ҡарайымдар
Көнсығыш Европала ҡараимизмдың төрки телле эйәреүселәренән килеп сыҡҡан ҙур булмаған этник төркөм / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡараи́мдар (ҡараим ҡырым диалекты: бер. къарай, күп. къарайлар; тракай диалекты: бер. karaj, күп. karajlar; бор.-йәһ. קָרָאִים — «караим», туранан-тура: уҡый белеүселәр) — Көнсығыш Европала ҡараимизмдың төрки телле эйәреүселәренән килеп сыҡҡан ҙур булмаған этник төркөм.
Ҡараим теле төрки телдәренең ҡыпсаҡ төркөмөнә ҡарай. Лексик составы гебраизмдарҙың күп булыуы менән айырылып тора. Төньяҡ (тракай), көньяҡ (галич) һәм ҡырым диалекттары бар. Ҡараим теленең Ҡырым диалекты Литва һәм Көнбайыш Украиналағы ҡараим теле диалектынан һиҙелерлек рәүештә айырыла. Әлеге ваҡытта тракай диалектынан башҡалары ғәмәлдә юғалған[1].