From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡуййылға (рус. Ко́елга) — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе үҙәк өлөшөндә Көньяҡ Урал буйындағы йылға. Уйылғаның һул, иң ҙур ҡушылдыҡтарының береһе (Тубыл бассейны).
Ҡуййылға | |
Ҡайҙа ҡоя | Уйылға |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Ҡамбулат (Ҡуййылға ҡушылдығы), Ҡоротамаҡ һәм Головановский[d] |
Һыу йыйыу бассейны | Бассейн Тобола[d] |
Бассейн майҙаны | 1040 км² |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Оҙонлоҡ | 59 km |
Бассейн категорияһы | Категория:Бассейн Коелги[d] |
Оҙонлоғо — 59 км
XVIII быуат сығанаҡтарында — Койелга, Койжилга, Коилга тигән атамалары осрай. Башҡорт телендәге «ҡойо» һәм «йылға» һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән, йәғни «ҡойо йылғаһы», йәки «йылға ҡойоһо» тигәнде аңлата тигән фараздар бар[2]..
Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә былай тип яҙа:
Коелга, река, левый приток Увельки, бассейн Уя; село, бывшая крепость, основанная в 1747 г., Еткульский район.
В источниках ХVIII в. — Койелга, Койжилга, Коилга. Наиболее распространенное толкование топонима от башкирских слов: кой (куй) — «овца», елга — «река». т. е. Койелга — «овечья река». Другое толкование от башкирских слов: койо — «родник», «источник», елга — «река», т. е. «родниковая река», или «река с родниками».[3][4] |
Башҡорт телендәге «О» өнө топонимдарҙы урыҫ теленә әйләндергәндә «А» өнөнә, ә «У» өнө «О»-ға әйләнеүсән икәнен иҫәпкә алғанда, ошо фараз дөрөҫлөккә тап киләлер.
Сыбаркүл районындағы Сыбаркүлдән баш ала. Ҡуййылға ауыл биләмәһендә Уйылға йылғаһына барып ҡоя. Өлкәнең ике — Сыбаркүл һәм Эткүл районы биләмәләрендә аға.
Ҡуййылға йылғаһының уң ярына урынлашҡан ауылдар: Малково, Пустозерово, Травник, Щапин, Бурһыҡ, Звягино, Коелга.
Күп кенә ауылдар эргәһендә плотиналы быуалар төҙөлгән. Пустозёрово һәм Травники ауылдары араһында балыҡсылыҡ хужалығы бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.