Ҡыҙыл шишмә
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡыҙыл шишмә (рус. Красный Ключ) — Башҡортостандың Нуриман районындағы шишмә, һыу дебиты (һыу миҡдары) буйынса донъяла, Францияның Воклюз шишмәһенән генә ҡалышып, икенсе урында тора. Һыу миҡдары — секундына 14,88 куб метр. Ҡыҙыл шишмә — Рәсәйҙәге иң эре эсәр һыу сығанағы. Өфө яйлаһының көньяҡ-көнбайышында, Ҡариҙел йылғаһының һул яғында урынлашҡан.
1965 йылдан алып — төбәк әһәмиәтендәге «Ҡыҙыл шишмә сығанағы» айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт территорияһы составында.