Учалы районындағы ауыл, Башҡортостан From Wikipedia, the free encyclopedia
Өргөн, Мулдаш (рус. Ургуново) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл. Учалы ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 569 кеше[2]. Почта индексы — 453731, ОКАТО коды — 80253896003.
Ауыл | |
Өргөн рус. Ургуново | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Элекке исеме |
Мулдаш |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
? |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Район үҙәгенән төньяҡҡа табан 16 км һәм Учалы тимер юлы станцияһына 8 км алыҫлыҡта Өргөн күле буйында урынлашҡан.
Верхнеурал өйәҙе биләмәһендә Ҡаратабын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1790 йылда Өргөн күле янында шул уҡ атамалы, Мулдаш булараҡ билдәле ауыл барлыҡҡа килә. Бында Әмин ауылы (хәҙер — Силәбе өлкәһе Уй районы) типтәрҙәре күсеп килә. Тәүге төпләнеүсеһе Көсөк Мулдашев (1756—1816), уның балалары Абдулвәли, Абдулғәлим, Абдулйәмил, Караматкәрим билдәле. Биш йылдан һуң ауылдағы 30 йортта 268 кеше иҫәпләнә. X рәүиз 122 йортта йәшәгән 824 кешене асыҡлай.
1920 йылда ауылда 1190 кеше иҫәпләнгән. Барлығы 230 йорт була[5]. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.
2010 йылдан алып ауыл хәҙерге исемен йөрөтә. Өргөн ауылында төп мәктәп (элекке мәсет бинаһы, таштан, XX быуат башы архитектура ҡомартҡыһы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[6].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1191 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 644 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 647 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 581 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 613 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 569 | 279 | 290 | 49,0 | 51,0 |
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (97 %)[7].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.