Кешенең йылҡыға булған мөнәсәбәте бер генә хайуанға ҡарата ла ҡабатланмай. Йылҡы үрсеткән бөтә халыҡта ла ат кеше өсөн екке йәки менге мал ғына түгел, бәлки тоғро дуҫ, айырылмаҫ иптәш, ышаныслы юлдаш, баһалап бөткөһөҙ хазина рәүешендә йөрөгән. Хәтерегеҙҙәме, бөйөк Шекспир һүрәтләгән яуыз лорд Глостер — король Ричард III: «Ат, ат! Ат өсөн батшалығымдың яртыһын бирәм!» — тип яр һалған.
Борон-борондан бөйөк полководецтарҙың тоғро юлдашы ат булған. Дарий, Кир, Ганнибал, Александр Македонский, Александр Невский, Дмитрий Донской, Богдан Хмельницкий, Петр Беренсе, Семен Буденный, Василий Чапаев — уларҙы атһыҙ күҙ алдына ла килтереүе мөмкин түгел. Рәсәй һәм БДБ илдәренең бик күп ҡалаһында һыбайлы Юрий Долгорукийға, Григорий Котовскийға, Амангилде Имановҡа, Вахтанг Горгасалға, Давид Сасунскийға, Салауат Юлаевҡа мөһабәт һәйкәлдәр ҡуйылған. Һеҙ Украинала Каховка эргәһендәге яланда дүрт ат егелгән тачанка-һәйкәлде хәтерләйһегеҙҙер. Ә Мәскәүҙәге Ҙур театр фронтоны өҫтөндәге бронза квадрига һуң? Ярһыу арғымаҡтар бына-бына ҡанатланыр ҙа, осоп асманға ашыр, бөркөткә әүерелер төҫлө.
Ошо яҙмаларҙы әҙерләгәндә йылҡы малына ҡағылышлы байтаҡ әҙәбиәтте аҡтарырға тура килде. Шуныһы ҡыуаныслы: йылҡысылыҡ бер ваҡытта ла ғалим-белгестәрҙең, яҙыусыларҙың, журналистарҙың иғтибар үҙәгенән ҡалмаған икән. Йылҡысылыҡтың төрлө проблемаһына арналған байтаҡ ғилми хеҙмәт яҙылған. Башҡортостанда йылҡысылыҡты фәнни нигеҙләүгә, уның киләсәктәге йүнәлештәрен билдәләүгә ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Иван Андреевич Сайгиндан да күберәк хеҙмәт һалған кеше булмағандыр. Унан тыш, ветеринар табип Һ. Юлдыбаев, ғалим һәм белгестәр В. Мөрсәлимов, Д. Рәхмәтуллин, Б. Сатыев, Ш. Рәхмәтуллин, күп кенә райондарҙағы һәм хужалыҡтарҙағы энтузиастар был изге эшкә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе һәм индерә. Йылҡысылыҡтың яҙмышында СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы һәм ВКП(б) Үҙәк Комитетының «Колхоздарҙа һәм совхоздарҙа йылҡы һанын арттырыу, уларҙы тәрбиәләү һәм ҡарауҙы яҡшыртыу саралары тураһында» 1942 йылғы ҡарары, СССР Министрҙар Советы һәм ВКП(б) Үҙәк Комитетының «1950—1951 йылдарҙа колхоздарҙа, совхоздарҙа һәм йылҡысылыҡ заводтарында йылҡысылыҡты үҫтереү тураһында» ҡарары ыңғай эҙ ҡалдырҙы.
Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер авторҙарҙың хеҙмәттәрендә йылҡысылыҡтың торошона һәм киләсәгенә ҡарата дөрөҫ булмаған фекер ҙә үткәрелә. Техниканың алға китеүе менән бәйле, йәнәһе, аттың тартыу көсө булараҡ әһәмиәте кәмей. Ошо ялған тезисҡа таянып, вайымһыҙыраҡ хужалыҡ етәкселәре һәм белгестәр йылҡысылыҡтың тәмле, калориялы ит, данлыҡлы ҡымыҙ биреү сығанағы икәнлеген дә оноторға тырышты. Һәм күп йылдар үткәрелгән бындай сәйәсәттең эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн дә байтаҡ ваҡыт кәрәк булды.
Беҙ йылҡы малының халыҡ хужалығында тотҡан урыны тураһында әле һөйләшербеҙ. Унан алда аттың хәрби эшмәкәрлеге тураһында бер нисә генә һүҙ.
Тарихтың алыҫ төпкөлдәренә төшмәй ҙә Ватаныбыҙҙы һаҡлауға ат һәм һыбайлылар индергән өлөштө күреүе ауыр түгел. Михаил Кутузов армияһындағы казак генералы Матвей Иванович Платонов һыбайлылары һәм шулар менән өҙәңгегә-өҙәңге тороп дошманды ҡырған башҡорт атлылары. Бөйөк Ватан һуғышы йылъяҙмаһына генералдар Лев Доватор, Павел Белов, Исса Плиев, Миңлеғәле Шайморатов һыбайлылары алтын юлдар яҙҙы. Дан һәм ҡаһарманлыҡ юлдары. Хәҙер, ракета һәм электроника заманында, армияла кавалерия тарихи иҫтәлек кенә булып ҡалһа ла, уҙған һуғыштарҙа аттың роле ғәйәт ҙур булған. Беренсе донъя һуғышында армияла уртаса 1 миллион 350 мең ат иҫәпләнһә, маршал С. Буденныйҙың әйтеүенсә, Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында бер үк ваҡытта өс миллионға яҡын ат булған. Пулемет һәм артиллерия утынан, авиация һөжүменән һәләк булған аттарҙың иҫәбе лә иҫ китерлек. Уҙған һуғышта ғына 8 миллион самаһы ат ҡорбан булды.
Ғорурланыр урын да бар: Совет Армияһындағы кавалерия частарындағы 106 атлы яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды. Шул ҡаһармандарҙың 76-һы — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһынан.