Көньяҡ Африка Республикаһы
Африканың көньяғындағы дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Көньяҡ Африка Республикаһы (ҡыҫҡаса — КАР, шулай уҡ Көньяҡ Африка) — Африканың көньяғындағы дәүләт. Төньяҡта Намибия, Ботсвана һәм Зимбабве менән, төньяҡ-көнсығышта — Мозамбик һәм Эсватини менән сиктәш. Көньяҡ Африка Республикаһы эсендә дәүләт-анклав Лесото урынлашҡан[1].
| |||||
Девиз: «!ke e: ǀxarra ǁke» (цъхам) «Төрлө кешеләр берләшә» | |||||
Гимн: «National anthem of South Africa» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 31 май 1961 ( Бөйөк Британиянан) | ||||
Рәсми телдәр | Инглиз, африкаанс, венда, зулу, коса, ндебеле, свати, төньяҡ сото, сесото, тсвана һәм тсонга | ||||
Баш ҡала | |||||
Эре ҡалалар | Йоханнесбург, Кейптаун, Дурбан, Претория | ||||
Идара итеү төрө | Парламент республикаһы | ||||
Президент
Вице-президент | Джейкоб Зума
Кгалема Мотланте | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 24 1 219 912 км² күп түгел | ||||
Халыҡ • Һаны (2011) • Халыҡ тығыҙлығы | ▲51 770 560 чел. (25) 41 чел./км² | ||||
ИЧР (2009) | 0,683 (уртаса) (129 урын) | ||||
Валюта | Көньяҡ Африка рэнды | ||||
Интернет-домен | .za | ||||
Код ISO | ZA | ||||
МОК коды | RSA | ||||
Телефон коды | +27 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +2 |
Көньяҡ Африка Республикаһы — Африка илдәре араһында иң күп милләтле илдәрҙең береһе һәм континентта иң күп аҡ тәнлеләргә, азиялыларға, йәғни ҡатнаш халыҡҡа эйә. Ил минераль ресурстарға бай, шулай уҡ Африкала иҡтисади яҡтан иң үҫешкән ил һәм донъяла сағыштырмаса ныҡлы позиция биләй[2]. Африкала берҙән-бер G20 ҡатнашыусыһы булған ил.
Көньяҡ Африка Республикаһы тарихының һәм сәйәсәтенең мөһим пункты булып ҡара тәнле күпселек менән аҡ тәнле аҙсылыҡтар араһындағы конфликт тора. 1948 йылда апартеид режимы индерелгәндән һуң, был мөнәсәбәттәр ҡыҙыу нөктәһенә етә һәм 1990 йылдарға тиклем һуҙыла. Милли партия дискриминация закондарын индереү инициаторы була (СССР-ҙа уны Милләтсе тип атайҙар). Был сәйәсәт оҙайлы һәм ҡан ҡойошло һуғышҡа алып килә, унда Стив Бико, Десмонд Туту һәм Нельсон Мандела кеүек ҡара активистар витрина ролен уйнай. Һуңғараҡ уларға күп кенә аҡ тәнлеләр һәм ҡатнаш халыҡ тоҡомдары, шулай уҡ һинд сығышлы Көньяҡ Африка кешеләре ҡушыла. Апартеидтың юҡҡа сығыуында шулай уҡ халыҡ-ара берләшмәләр яғынан баҫым да айырым роль уйнай. Сәйәси системаны алмаштырыу һөҙөмтәһе сағыштырмаса тыныс башҡарыла: КАР — Африкала дәүләт түңкәрелеше булмаған берҙән-бер ил[3].
Көньяҡ Африка Республикаһы апартеид ваҡытында Африка милли конгресы ағзалары үз илен ул ваҡытта рәсми атамаға альтернатива булараҡ билдәләү өсөн «Азания» һүҙен ҡуллана. КАР Тайвань менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙә булған саҡта, «Азания» һүҙе шудай уҡ КАР атамаһы сифатында рәсми Ҡытай дипломатик лексикаһында ҡулланыла.
Көньяҡ Африка Республикаһы — йәҙрә ҡоралына эйә булған беренсе дәүләт, әммә ул был ҡоралдан ирекле баш тарта.