Башҡорт теле
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт теле / From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡорт теле (башҡорт теле (мәғл.) [bɑʂ'qʊ̞rt tɪ̞ˈlɪ̞]) — төрки тел, башҡорт халҡының теле. Алтай телдәренең төрки тармағы ҡыпсаҡ төркөмөнөң волга буйы-ҡыпсаҡ төркөмсәһенә ҡарай. Төп диалекттары: көнсығыш, төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ.
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
Башҡорт теле | |
Башҡорт теле башҡортса Башҡурд теле | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | башкирский, башкирська, башҡортса, бошқирдӣ, башкираг, башқұртша, bashkir, バシキール語, Başkurtça һәм 바시키르어 |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй[1] Эстония Украина[2] Ҡаҙағстан[3] |
Барлыҡҡа килгән | Башҡортостан Республикаhы, Силәбе өлкәһе, Ҡурған өлкәһе, Свердловск өлкәһе, Пермь крайы, Ырымбур өлкәһе, Һарытау өлкәһе, Һамар өлкәһе, Татарстан Республикаһы, Удмурт Республикаһы һәм Төмән өлкәһе |
Тел төрҙәре | SOV[d] һәм агглютинатив телдәр |
Яҙыу | Кирил алфавиты, Яңалиф һәм ғәрәп яҙыуы[d] |
Телде көйләүсе | Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге) |
Телдә һөйләшеүселәр | 1 200 000 кеше (2010)[4] |
Телдең ЮНЕСКО статусы | бирешеүсән[d] |
Ethnologue каталогында тел статусы | 2 Төбәк[d][4] |
Тасуирлау биттәре | turkic.elegantlexicon.com/… |
Wikimedia Incubator URL |
incubator.wikimedia.org/… incubator.wikimedia.org/… incubator.wikimedia.org/… |
Викимедиа проекттарында тел коды | ba |
Башҡорт теле Викимилектә |
Башҡорт теле Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып тора[5]. Уның дәүләт теле булараҡ (урыҫ теле менән бер рәттән) юридик статусы тәү башлап Башревкомдың 1920 йылдың 24 мартындағы положениеһы менән билдәләнә[6]. Хәҙерге осорҙа был положение тәғлимәттәре Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында нығытылған[7].
Башҡорт теле башланғыс һәм урта мәктәптә уҡыу-уҡытыу сараһы һәм өйрәнеү предметы булып тора, юғары уҡыу йорттарында гуманитар предметтарҙы уҡытыу сараһы итеп файҙаланыла һәм предмет булараҡ өйрәнелә. Башҡорт телендә уҡыу әсбаптары, нәфис һәм публицистик әҙәбиәт нәшер ителә, гәзит һәм журналдар сыға, телевидение һәм радио тапшырыуҙары алып барыла, театрҙар эшләй. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының гуманитар фәндәр бүлексәһе, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты телде ғилми өйрәнеү үҙәктәре булып тора.
Донъяла башҡорт телендә 1,2 млн кеше һөйләшә[8]. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә башҡорт телен 1 152 404 кеше белә, шул иҫәптә 977 484 башҡорт, 131 950 татар, 20 258 урыҫ, 6 276 сыуаш, 3 211 мари, 1 953 ҡаҙаҡ, 1 630 удмурт, 1 279 үзбәк һәм 8 363 башҡа милләт вәкилдәре бар[9].
Башҡорт телен белгәндәр Башҡортостанда, Силәбе, Ырымбур, Төмән, Свердловск, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстанда, Удмурт Республикаһында күпләп йәшәй[10].
Башҡорт теле 2009 йылда, ЮНЕСКО тарафынан сығарылған «Донъяның хәүеф аҫтында булған телдәре атласы»на индерелеп, «көсһөҙ» статусы алғайны — «балаларҙың күпселеге үҙ телендә һөйләшә, әммә уны ҡулланыу даирәһе сикләнеүе ихтимал (мәҫәлән, бары тик көнкүрештә генә)»[11].