Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды
From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды — Башҡортостан Республикаһының иң юғары суд власы органы.
Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды | |
Төр |
Рәсәй Федерацияһы субъектының Конституцион суды |
---|---|
Юрисдикция | |
Ойошторолған |
1992 йыл |
Тарҡатылған |
2023 й. 1 ғинуарынан |
Эш башҡарыу | |
Составы |
Конституция Суды Рәйесен Башҡортостан Республикаһы Президенты тәҡдименән сығып Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тәғәйенләй, Конституция Суды Рәйесе урынбаҫары һәм судьялар Башҡортостан Республикаһы Президенты тәҡдименән сығып, Конституция Суды Рәйесе фекерен иҫәпкә алып, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тәғәйенләй[1] |
Хоҡуҡтары | |
Хеҙмәт итеү ваҡыты |
12 йыл һәм 65 йәш тулыуына ҡәҙәр[2] |
Ағзалар |
5 |
Етәкселәр | |
Суд рәйесе | |
Вазифаға ингән |
29 май 2014[3] |
Ултырыштар залы | |
Урынлашҡан | |
Адресы | |
Сайт | |
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡабул иткән закондарҙы Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ҡаршы булмау, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы тормошта үтәлешен баш тикшереүсе орган. 2021 йылда БР Конституцияһының 103-сө һанлы статьяһына индерелгән үҙгәрештәр буйынса 2023 йылдың 1-се ғинуарынан был суд органы юҡ ителә һәм уның урынына Башҡортостан Республикаһының Конституция Советы атамалағы яңы консультатив органы ойоштораласаҡ. Яңы орган суд власының системаһына инмәйәсәк. Әммә, Советтың ағзаларын тәғәйенләү, һәм ойошма тәртибе элекке булып ҡаласаҡ[4].