Геология
From Wikipedia, the free encyclopedia
Геология — (грек телендә γη- (ge-) — ер һәм λογος (logos) — өйрәнеү) — башка фәндәр һәм дисциплиналарҙы йәлеп итеп, мөмкин булған ысулдар менән Ерҙең төҙөлөшөн, уның килеп сығышын һәм үҫешен, геологик процестарҙы, матдәләр составын, ер ҡабығы структураһын һәм литосфераһын өйрәнеүгә нигеҙләнгән фәндәр йыйылмаһы[1][2]. Геологияны ҡыҫҡаса Ерҙең төҙөлөшөн, составын һәм үҫеше үҙенсәлектәрен, уның өҫтөн өйрәнеүсе фән, тип билдәләргә мөмкин[3].
Геология | |
Өйрәнеү объекты | литосфера |
---|---|
Вики-проект | Проект:Геология[d] |
Аббревиатуралар таблицаһындағы ҡыҫҡартыу | jool. |
Өлөшләтә тура килә | Палеонтология |
Геология Викимилектә |
Геология нефть, таш күмер, шулай уҡ тимер, баҡыр һымаҡ металдарҙы һәм башҡа тәбиғи ресурстарҙы табырға һәм ҡулланырға ярҙам итә.
Геология Ер һәм Ер ҡабығының составы, төҙөлөшө, үҫеш тарихы, файҙалы ҡаҙылмалар хасил булыу һәм уларҙың урынлашуын өйрәнеүсе фәндәр комплексы. «Геология» термины 1657 йылда Норвегия ғалимы М. П. Эшольт тарафынан тәҡдим ителә. Геологияның төп объекты — Ерҙең тышҡы таш ҡатламы — литосфера һәм, беренсе сиратта, Ер ҡабығындағы файҙалы ҡаҙылмаларҙы өйрәнеү һәм сығарыу өсөн уңайлы горизонт.
1934—1941 йылдарҙа СССР-ҙа урта мәктәптә айырым «геология» курсы булған[4]. Һуғыштан һуң геологияны мәктәптәргә кире ҡайтарыу буйынса В. А. Обручев һәм В. А. Варсанофьева көрәшә[5].
Хәҙерге геология стратиграфия, тектоника, региональ геология, минералогия, петрография, литология, геохимия, файҙалы ҡаҙылмалар өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала. Геология физик география, геофизика, кристаллография, палеонтология менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Ғәмәли әһәмиәткә эйә булған тармаҡтары — гидрогеология, инженер геологияһы һәм шулай уҡ яңы йүнәлештәр — петрохимия, петрофизика һ.б. үҙенә бер төркөм хасил итә.
Джеймс Геттон (Хаттон) (ингл. James Hutton, (1726, Эдинбург — 1797) — Шотландия геологы, физигы һәм химигы. Джеймс Хаттон геология һәм геохронологияға нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә. Ул геологик актуализм һәм плутонизм теорияларын булдыра[6][3]. Геолог Хаттон исеме хаттонит тигән минералға бирелгән.
Геология XVIII быуаттың 2-се яртыһы — XIX быуат башында тәбиғәт белеменең мөстәҡил тармағына әүерелә (Н. Стено ҡатламдарҙың өҙлөкһөҙ суперпозиция принциптарын билдәләй; В. Смит һәм Ж. Кювье киҫелеште биостратиграфик бүлемдәргә айырыу һәм тоҡомдарҙың сағыштырмаса йәшен билдәләү ысулын эшләй). 1840 йылдар башында фанерозойҙың стратиграфик шкалаһы төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта, беренселәрҙән булып, XIX быуаттың 1-се яртыһы геологтары өсөн парадигма булған «күтәрелеш кратерҙары» тигән беренсе тектоник концепция барлыҡҡа килә (Л. Бух һәм А. Гумбольдт). Рәсәйҙә был теория яғында булыусылар булып Д. И. Соколов, Г. Д. Романовский, Н. А. Головкинский һ.б. тора. Күп илдәрҙә геология йәмғиәттәре ойоша, улар геология фәненең яңы ҡаҙаныштары тураһында фекер алыша, эҙләнеүҙәр тураһында материалдар баҫтырып сығара һәм ҡайһы бер эштәрҙе финанслай. 1805 йылда Мәскәүҙә тәбиғәтте тикшереү, 1807 йылда — Лондонда геология, 1917 йылда Рәсәйҙә минералогия йәмғиәттәре ойошторола. Системалы рәүештә план төшөрөү һәм эҙләнеү эштәре үткәреү зарурлығы һуңыраҡ милли геология буйынса хеҙмәттәр барлыҡҡа килтерә. 1882 йылда Рәсәйҙә геология комитеты ойошторола.