Мәккә
Сәғүд Ғәрәбстандағы ҡала, мосолмандарҙың изге ҡалаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәккә (ғәр. مكة Мәккә, шулай уҡ مكة المكرمة — Мәккә әл-Мөкәррәмә — Хөрмәтле Мәккә) — Сәғүд Ғәрәбстанының көнбайышындағы ҡала, Ҡыҙыл диңгеҙҙән 100 саҡрымға яҡын алыҫлыҡта. Мосолмандарҙың хаж ҡылыу үҙәге булып тора[1]. Мосолман булмағандарға Мәккәгә инеү тыйылған.
Ҡала | |
Мәккә مكة | |
Ил |
Сәғүд ҒәрәбстаныСәғүд Ғәрәбстаны |
---|---|
Координаталар | |
Башлыҡ | |
Майҙаны |
400 км² |
Халҡы |
1 700 000 кеше (2007) |
Тығыҙлығы |
4200 кеше/км² |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+3 |
Телефон коды | 1 |
Һанлы танытмалар | |
Рәсми сайт |
holymakkah.gov.sa (ғәр.) |
Мәккә — мосолмандарҙың изге ҡалаһы. 630 йылда Мөхәммәт Пәйғәмбәр етәкселегендәге позициялары нығынған мәҙинә общинаһы мосолмандары Мәккәгә ингәндәр, ҡала ҡаршы тормайынса баш һалған, унда йәшәгән халыҡ Ислам динен ҡабул иткән. Ҡәғбәле Мәккә дини үҙәккә әйләнгән, һәм мосолмандар, ҡайһы урында булһалар ҙа, һәр ваҡыт ҡиблаға йөҙҙәрен бороп, намаҙ уҡыу йолаһын ҡабул иткәндәр.
Мәккә уртаһында донъялағы иң ҙур һәм мосолмандарҙың үҙәк мәсете Әл-Хәрәм урынлашҡан, уның ихатаһында изге Ҡәғбә ташы тора.
2011 йылда Мәккәлә донъялағы иң массив манаралар-күп ҡатлы бик бейек йорттар комплексы Абрадж аль-Бейт төҙөлгән; улар араһында иң бейеге — Король манараһы — бейеклек буйынса донъяла өсөнсө урында тора һәм унда донъялағы иң ҙур һәм иң бейек сәғәт урынлаштырылған.
2010 йылдың 13 ноябрендә асылған ер өҫтөндәге Мәккә метрополитены — илдә тәүге булып ҡала буйлап йөрөтөүҙе һәм хаж ҡылыусыларҙы (Мөздәлифә һәм Мина үҙәндәренә, Ғәрәфәт тауына) ритуал йола атҡарыу урындарына юғары кимәлдә, тиҙ, еткереү һәм кире ташыу хеҙмәтен башҡара.
Мәккә эргәһендәге үҙәндә Минаға хаж ҡылыусыларҙың донъялағы иң эре палаткалар ҡалаһы урынлашҡан.
Мәккәлә хажға килеүселәр һаны бик күп булған мәлдәрҙә йыш ҡына халыҡ бер-береһен тапай, янғындар сыға һәм күпләп янып үлеүселәр һәм һәләк булыусылар осрағы күҙәтелгән инциденттар булып тора. Шулай итеп, 1990 йылда Мәккә һәм Мина араһындағы йәйәүлеләр тоннелендә 1,5 мең хаж ҡылыусы һәләк булды.