Сәғүд Ғәрәбстаны
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәғүд Ғәрәбстаны (ғәр. المملكة العربية السعودية, әл-Мәмлә́кә әл-Әраби́йәһ әс-Сәүди́йәһ) — Ғәрәп ярымутрауындағы иң ҙур дәүләт. Төньяҡтан Иордания, көнсығыштан Ғираҡ, Ҡатар, Кувейт, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, көньяҡтан Оман һәм Йемен илдәре менән сиктәш. Төньяҡ-көнсығыш яғы Фарсы ҡултығы һәм көнбайыш яғы Ҡыҙыл диңгеҙ менән йыуыла.
| |||||
[[{{{Эйәлек килеш}}} гимны|Государственный гимн {{{Эйәлек килеш}}}]] | |||||
Рәсми телдәр | Ғәрәп теле[1] | ||||
Баш ҡала | Әр-Рияд | ||||
Территория • Бөтәһе | 2 149 690 км² | ||||
Валюта | сәғүд риалы | ||||
Интернет-домен | .sa[d] һәм السعودية.[d] | ||||
Код ISO | SA | ||||
МОК коды | KSA | ||||
Телефон коды | +966 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] һәм Asia/Riyadh[d][2] |
Ислам диненең ике изге ҡалаһы —Мәккә һәм Мәҙинә булғанға, Сәғүд Ғәрәбстанын «Ике мәсет иле» тип атайҙар. Дәүләттең ҡыҫка исеме — әс-Сүғүдийә (ғәрәпсә السعودية). Сәғүд Ғәрәбстаны хакимлыҡ иткән династия сәғүдиҙәр исемен йөрөтә. Бөгөнгө көндә Иордания Хашимит Батшалығы һәм Лихтенштейн кенәзлеге династия исеме менән атала.
Сәғүд Ғәрәбстаны үҙенең ғәйәт ҙур нефть запасы менән Нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһының төп вәкиле. Нефть экспорттың 95 % һәм килемдең 75 % тәшкил итә һәм халыҡтың мул тормошта йәшәүен тәьмин итә.