Мәккә сүрәһе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәккә сүрәләре (ғәр. آية مكية — мәккә аяттары) — Ҡөрьәндең хронологик йәһәттән тәүге сүрәләре, Ислам традицияларына ярашлы, улар Мөхәммәт пәйғәмбәргә Һижрәткә тиклем иңгән булған. Сүрәләрҙең икенсе төрө — Мәҙинә сүрәләре.
Мәккә сүрәһе | |
Кем хөрмәтенә аталған | Мәккә |
---|---|
Ҡапма-ҡаршыһы | Мәҙинә сүрәһе |
Мәккә сүрәләре, ҡағиҙә булараҡ, Мәҙинәләгеләргә ҡарағанда күләме буйынса сағыштырмаса ҡыҫҡа аяттарҙан тора, башлыса Ҡөрьәндең аҙағында урынлашҡан. Күпселек муҡатта'әле сүрәләр Мәккәнән булып тора. Мәккә һәм Мәҙинә сүрәләренә ентекле аңлатмаларҙы ошонда табырға мөмкин[1] Сүрәләрҙе Мәккә һәм мәҙинә сүрәләренә бүлеү - был, иң элек, стилистик һәм тематик йәһәттән сығып эшләнә. Был осорҙоң классификацияһы төрлө факторҙарға нигеҙләнгән, мәҫәлән, был сүрәнең оҙонлоғона, ҡайһы бер төп төшөнсәләрҙең булыу йәки булмауына һ.б. бәйле (мәҫәлән, "әр-Рахман" - Аллаһы тәғәлә исеменән)[2]