Париж университеты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Париж университеты (франц. Université de Paris) — Парижда француз университеты, донъяла иң боронғоларҙың береһе; XII быуат уртаһында нигеҙләнгән; милләт-ара уҡыу йорто булараҡ, бик тиҙ генә Европала абруйға ҡаҙанған. Сена йылғаһының һул ярындағы Латин кварталында Сорбоннаның бинаһы Париж университетының үҙәге булып тора.
Париж университеты | |
франц. Université de Paris | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1150 һәм 1896 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Париж һәм Робер де Сорбон[d] |
Ойошма етәксеһенең вазифаһы | Chancellor of the University of Paris[d] |
Дәүләт | Франция |
Ойошма ағзаһы | ORCID[d][1] һәм European Open Science Cloud Association[d][2] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Париж |
Алмаштырылған | Университет Париж 1 Пантеон-Сорбонна[d], Университет Пантеон-Ассас[d], Университет Париж III Новая Сорбонна[d], Университет Париж IV Сорбонна[d], Университет Париж Декарт[d], Пьер һәм Мария Кюри университеты, Университет Париж Дидро[d], Университет Париж VIII[d], Университет Париж-Дофин[d], Университет Западный Париж — Нантер-ля-Дефанс[d], Университет Париж-юг XI[d], Университет Париж XII Валь-де-Марн[d] һәм Университет Париж-север XIII[d] |
Диапазон IPv6 | 2001:660:3018::/48[3] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1 ғинуар 1971 |
Рәсми сайт | ac-paris.fr |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Парижского университета[d] |
Париж университеты Викимилектә |
Магистрҙарҙың (уҡытыусыларҙың) рухани властарға буйһонған йәмғиәте ярым рухани булараҡ Париж университеты төньяҡ Италияның донъяуи, республикан университеттарынан ныҡ айырылған. Париж университетында төп белем биреүҙә (Studium generale) башлыса руханилыҡтың һәм ирекле сәнғәттәрҙең юғары мәктәбе булып торған, үҙ программаларына юриспруденцияны тик ҡануни хоҡуҡ сифатында индергән, ә медицинала беренселекте башҡа studia generalia биргән.
Бөтә Көнбайыш Европаның иң бөйөк мәктәбе булып китеп, үҙ уҡыусылары һәм уҡытыусылары араһында урта быуаттарҙың бөйөк ғалимдарына һәм барлыҡ милләт вәкилдәренә эйә булып (Фома Аквинский, Бөйөк Альберт, Раймунд Луллий, Роджер Бэкон, Иоанн Дунс Скот, Уильям Оккам) — папалыҡ ҡолаған осорҙа ла, бөйөк тарҡалыу дәүерендә лә университет дин һәм аң мәсьәләләрендә иң юғары абруйға ҡаҙанған, һәм Пётр Д’Альи, Леви бен Гершом менән Матье Никола Клеманжи йөҙөндә католик сиркәүе менән етәкселек иткән һәм уны башлыҡтар һәм ағзалар аша үҙгәртеп ҡоророға маташҡан.
1968 йылдың майындағы ваҡиғаларҙан һуң 1970 йылда Париждың 13 бойондороҡһоҙ университеттарға үҙгәртеп ҡоролған.