Айран
әсе һөт продукты / From Wikipedia, the free encyclopedia
Айра́н (әзерб. Ayran, әрм. Այրան, ҡарас.-балҡ. Айран, башҡ. Айран, болг. Айрян, ҡаҙ. Айран, ҡырғ. Айран, татар. Әйрән, төр. Ayran, төркм. aýran, үзб. Ayron, cыу. Уйран) — төрки, Төньяҡ һәм Көнньяҡ Кавказ, Балҡан ярымутрауы халыҡтарының ҡатыҡ йәки кефир нигеҙендә яһалған әсе һөт продукты [1][2][3][4]. Төрлө телдәрҙә һәм төрлө халыҡта айрандың атамаһы һәм әҙерләү технологияһы айырыла, әммә уның әсе һөт бактерияһынан эшләнгән һөт продукты булыуы дөйөм булып тора. Шул уҡ ваҡытта, ултыраҡ халыҡтарҙа ул шыйыҡ һәм һыуһын ҡандырыу өсөн тәғәйенләнгән, ә күсмә халыҡта – һаҡлау һәм юлда алып йөрөүгә уңайлы булһын өсөн ҡуйы була. Әммә, һыуһын ҡандырыу өсөн ҡуйы айранды һыу, ҡымыҙ йәки һөт менән ҡатыштырырға кәрәк. Айрандың бындай төрө суусаб]]/[[Чалоп|чалап/шалап, тип атала һәм төрлө майлылыҡта була.
Тан (эсемлек) мәҡәләләрен берләштерергә! |