Теология
From Wikipedia, the free encyclopedia
Илаһиәт (правосл. богословие) йәки теоло́гия ( грек. θεολογία - грек. θεός «Бог» + грек. λόγος) — ниндәйҙер динде йәки дини тәғлимәтте систематик юл менән бәйән итеү йәки шәрехләү [1].
Ҡыҫҡа факттар Өйрәнеү объекты, Ҡайҙа өйрәнелә ...
Теология | |
Өйрәнеү объекты | Дин, религиозная вера[d] һәм Хоҙай |
---|---|
Ҡайҙа өйрәнелә | студент семинарии[d] һәм theological studies[d] |
CIP коды | 39.06 һәм 39.0601 |
Теология Викимилектә |
Ябырға
Теология дин ғилеменән һәм дин фәлсәфәһенән башҡа өлкә [2].
Илаһиәт, «богословие» (теология, бор. грек. θεολογία, лат. theologia) төрлө заманда төрлө мәғәнәлә ҡулланылған [3]. Илаһи көс тураһында ғилем мәғәнәһендә «теология» төшөнсәһе XIII быуаттың тәүге яртыһында, Абелярҙың «Христианская теология» (Theologia christiana) тигән китабы сыҡҡандан һәм Париж университетында теология факультеты асылғандан һуң нығына[3][4].