From Wikipedia, the free encyclopedia
Гипс (грек. gy\psos — аҡбур, эзбис) — аҡ йәки һарғылт төҫтәге эзбизлы минерал[1]; аҡ минерал, кальций сульфаты; биҙәү материалы итеп ҡулланыла[2]; нигеҙҙә травматология һәм стоматологияла ҡулланылыусы кальций сульфаты минералы[3]; аҡ йәки һары төҫтәге минерал; яндырыу ысулы менән эшкәртелә, скульптура, һынлы сәнғәттә киң ҡулланыла[4]; сульфаттар классындагы минерал CaSO4.2H2O,; составында CaO (32,5 %), балсыҡ һәм органик матдәләр ҡатнашмаһы, ваҡ ҡом бөртөктәре һ.б. бар. Кристалдар (ғәҙәттә, шаҡмаҡ рәүешендә), кристалл друзалары, йоҡа-кристаллик, бөртөк һамаҡ (алебастр) һәм сүсле (селенит) агрегаттар рәүешендә осорай. Төҫө аҡ, төҫһөҙ, һоро, көрән һ.б. Быяла һамаҡ ялтырай, , ебәк һамаҡ, мәрүәт төҫөндә булыуы мөмкин. Ҡатылығы 1,5-2. Төрлө йүнәлештә ҡатылығы үҙгәреүсән. Ыуалыусан. Тығыҙлыгы 2,3 г/см3. Иреү температураһы 1450 °C. Һыуҙа аҙ ирей, NaCl ҡатнаш һыуҙа иреүсәнлеге 3,5 тапҡыр арта. Төрҙәре: селенит (ай ташы, үтә күренмәле, параллель сүсле, ебәк һамаҡ шыма), гипс шпаты (эре кристаллы), алебастр (ҡар кеүек аҡ, ваҡ бөртөклө гипс), «Мария быялаһы» һ.б. Декоратив төрҙәренең сығанаҡтары Архангельск өлкәһендә, Уралда һ.б. территорияларҙа бар. Ваҡ-төяк әйберҙәр яһауҙа һәм оптикала (гипс шпаты) ҡулланыла. Ҡатламлы йә иһә массив рәүешендәге тау тоҡомо; бөртөк һамаҡ төҙөлөшлө, аҡ төҫтә, гипс минералдарынан тора. Ҡушылмаларына бәйле булараҡ, төҫө лә төрлөсә — аҡһыл-һоро, һарғылт, ҡыҙыл, ҡара һ.б. Икенсе төрө — балсыҡ-гипс. Тәбиғәттә йыш ҡына ангидрит менән бергә осорай; хасил булыуы, химик составы һәм таралыу шарттары буйынса уға оҡшаш. Гипсоангидрит тоҡом ятмалары барлыҡ геологик дәүерҙәр ултырмаларында да осорай. Донъяла гипс запастары (млрд. т) — 7, Рәсәйҙә — 3,3 тән артыҡ, АҠШта — 1 самаһы, Канадала — 0,5. Ер йөҙөндә йыл һайын — 100—115, Рәсәйҙә 3,3-9 млн тонна гипс сығарыла.
Тәбиғи хәлдә — тышлағыс таш булараҡ һәм эшкәртелгән хәлдә (йышыраҡ) — беркеткес материалдар эшләү, төҙөлөштә (алебастр), формалар, юғары сыҙамлыҡлы әйберҙәр яһау, гидравлик (эстрих-гипс), баҡыр, гипс цементы эшләүҙә ҡулланыла; ауыл хужалығында — тупраҡты гипслау, ашлама булараҡ; химия сәнәғәтендә — сульфат кислотаһы, аммоний сульфаты, инсектицидтар, буяуҙар, пластмассалар алыу өсөн; металлургияла (флюс); ҡағыҙ һәм резинаны тығыҙландыру, нәфис-декоратив әйберҙәр етештереүҙә һ.б. файҙаланыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.